Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Октябрь 2020, 16:02

Башҡортостандың яңы тарихына – 30 йыл: дүрт мәғәнәүи сюжет

Кеше ғүмере менән сағыштырһаҡ, 30 йәштә кеше шәхес булараҡ өлгөрөп етә, бар нәмәне аңлы рәүештә ҡабул

Кеше ғүмере менән сағыштырһаҡ, 30 йәштә кеше шәхес булараҡ өлгөрөп етә, бар нәмәне аңлы рәүештә ҡабул итә башлай. Ул уйлап һәм үлсәп һөйләй, хис-тойғоларға артыҡ бирелеп китеүҙән тыйыла. 30 йәшлек кеше һөҙөмтәле эшләй, әүҙем булыуы ҙур маҡсаттарға ирешергә ярҙам итә.

Ә илебеҙ өсөн, Рәсәй Федерацияһы төбәге булған Башҡортостан өсөн 30 йыл нимә ул?

Беренсенән, быуындар алмашынды. Ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашҡан әүәлге 30 – 40 йәшлектәрҙең күпселеге бөгөн хаҡлы ялға сыҡты, ул дәүерҙә тыуған­дар әле сәйәсәттә һәм иҡтисадта үҙҙәренең эшмәкәрлегенең иң әүҙем осорон кисерә.

Икенсенән, республика һәм ил ошо ваҡыт эсендә төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтар, ҡайһы саҡта хатта драматик ваҡиғалар менән һуғарылған ҙур, ҡатмарлы юл үтте. Шул иҫәптән донъяның геосәйәси картаһында, йыш ҡына илебеҙ сигендә лә байтаҡ фажиғәле хәлдәргә шаһит булдыҡ.

Өсөнсөнән, бөгөн утыҙ йыл элек булған хәл-ваҡиғаларҙың маҡсатҡа ярашлылығын һәм һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн эмпирик мәғлүмәттәрҙең ҙур базаһы тупланды. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ хәҙер үткәндәргә ҡарап, “Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башындағы лозунгтар һәм ынтылыштар маҡсатына өлгәштеме, һәм, ғөмүмән, был идеологемалар кәрәк булдымы икән?” тигән һорауға яуап бирә алабыҙ.

Республика тормошонда утыҙынсы 11 октябрҙе байрам итеү – уҙған юлға байҡау яһау, уға баһа биреү, дөйөм киләсәгебеҙҙә тәжрибәне иҫәпкә алыу өсөн үткәндәргә тәнҡит менән ҡарау өсөн яҡшы сәбәп.

Ошо тема хаҡында уйланғанда дүрт мәғәнәүи сюжет тыуҙы. Улар тарихыбыҙҙың үҙгәртеп ҡороу һәм унан һуңғы йылдарҙа барған хәл-ваҡиғаларҙың тәрәнлегенә һәм әһәмиәтенә төшөнөү мөмкинлеген бирә. Был сюжеттарҙы шартлы рәүештә “мәғәнәүи” тип атап, ҡарар ҡабул иткәндә йәки төрлө ижтимағи-сәйәси процестарға аңлатма биргәндә иғтибарҙы тәү сиратта мәғәнәнең мөһимлегенә йүнәлтәбеҙ, сөнки мәғәнә ынтылышты барлыҡҡа килтерә, ә ул, үҙ сиратында, ғәмәлдәребеҙҙе билдәләй.

Беренсе сюжет: сәйәси

ХХ быуат аҙағындағы ваҡиғалар донъя тарихы барышын үҙгәртеп, бик тәрән эҙемтәләргә эйә булды. 2005 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин быны “ХХ быуаттың геосәйәси фажиғәһе” тип атаны. Нимә булды һәм барыһы ла нимәнән башланды һуң?

“Үҙгәртеп ҡороу” тип аталған совет ижтимағи ҡоролошон демократлаштырырға маташыуҙар 80-се йылдар аҙағында Совет дәүләтенең союздаш һәм автономиялы республикаларында үҙәктән ситкә ынтылған көстәрҙең, үҙаллылыҡ йәки төбәктәрҙең хоҡуғын арттырыуҙы яҡлаған хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булды. Һөҙөм­тәлә был хәл союздаш республикаларҙың СССР составынан сығыуына һәм Рәсәй Федерацияһында (шул иҫәптән РСФСР сиктәрендә) ныҡлы децентрализацияға килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта ике осраҡта ла, союздаш һәм автономиялы республикаларҙа ла, ошо процестар “суверенитет тураһын­дағы декларациялар” ҡабул итеү аша юридик йәһәттән рәсмиләштерелде. Тарихнамәлә был хәл 1988 – 1991 йылдарҙа союз үҙәге менән периферияның сәйәси низағы – “Суверенитеттар парады” тигән исем алды. Ул да СССР-ҙың тарҡалыу сәбәптәренең береһе булды.

1988 йылда Балтик буйы республикаларында башланған “Суверенитеттар парады” 1990 йылда Үҙәк Азия республикаларында тамамланды. Артабан 1990 – 1991 йылдарҙа тап ошо биләмәләр Советтар Союзынан сығыуҙы әүҙем иғлан итте. Был сепаратистик ваҡиғаларҙың күп һанлы ҡорбандарға килтергән милләт-ара бәхәстәр һәм хәрби бәрелештәр менән оҙатылыуын да оноторға ярамай. Мәҫәлән, шул осорҙа әрмәндәр менән азербайжандар араһында сыҡҡан “Таулы Ҡарабах бәхәсе” әлегә тиклем тынмай, беҙҙең көндәрҙә ул яңы көс менән ҡупты. Үҙәк Азия (Фирғәнә погромдары, Ош үлтереше, Яңы Үҙән үлтереше) һәм Кавказ (Грузия-Абхазия һуғышы, Көньяҡ Осетия һуғышы, Ҡарабах) республикалары буйлап мөнәсәбәттәрҙе ҡан ҡойоп асыҡлау тулҡыны үтте.

Үҙ сиратында Рәсәйҙең автономиялы республикалары статусты күтәреүҙе яҡлаған хәрәкәттәрендә, сәйәси модаға бирелеп, союздаш республикалар дискурсын файҙаланды.

Мәғлүм булыуынса, “суверенитет” һүҙенең мәғәнәһе үҙеңдең биләмәңдә властың бойондороҡһоҙлоғо һәм суверенлы дәүләт ҡанундарының өҫтөнлөгө төшөнсәһенә ҡайтып ҡала, йәғни шәхси үҙаллылыҡ тураһында белдереү – бойондороҡһоҙлоҡ хаҡында белдереү ул. Рәсәй милли республикаларының күпселеге рәсми кимәлдә бындай амбицияларға эйә түгел ине (Чечнянан тыш, уның да үҙ амбицияларын тормошҡа ашырыуы оҙайлы хәрби бәхәскә килтерҙе). Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер айырым төбәктәр Рәсәйҙең башҡа субъ­екттары менән виза тәртибен билдәләргә, үҙҙәренең аҡса системаһын һәм “үҙаллы дәүләтселек”тең бүтән төрлө атрибуттарын ғәмәлгә индерергә маташып ҡараны.

Илдең байтаҡ милли төбәктәрендәге кеүек үк, Башҡортостанда ла йәмәғәт ойош­маларының һәм милли интеллигенцияның бер өлөшө бойондороҡһоҙлоҡ һәм ил составынан сығыу тураһында һүҙ алып барҙы. Артабанғы ваҡиғалар Башҡортостандың күп милләтле халҡының милләтселеккә һәм сепаратистик кәйефкә ҡаршы иммунитеты ныҡлы булыуын күрһәтте. Радикаль дискурс айырым йәмәғәтселәрҙең бәхәсе менән сикләнеп, БАССР Юғары Советында тикшереү кимәленә сыҡманы, ә “суверенитет тураһындағы декларация” ҡабул итеү декоратив актҡа әүерелде, шуға күрә был документты шул осорҙағы сәйәси модаға эйәреү тип кенә ҡарарға мөмкин.

Башҡорт йәмғиәтендә “суверенитет” дискурсы этник тел мәсьәләләрен хәл итеү һәм Башҡортостандың Урал аръяғын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү кәрәклеге менән дәлилләнде. Был дискурстың ниндәй дәрәжәлә аҡланыуын түбәндәге эмпирик мәғлүмәттәр сағылдыра.

Республиканың көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарының инфраструктур үҫешен сағыштырыу ҙа етә. Мәҫәлән, 2020 йылдың октябренә ҡарата Баймаҡ районында газ үткәреү кимәле – 30, Йылайырҙа – 39 һәм Бөрйәндә 22 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Илеш районы газ менән – 81,64, Туймазы һәм Саҡмағош 95 процентҡа тәьмин ителгән. Ошо уҡ райондарҙа асфальт түшәлгән юл күләмендә лә республиканың көнбайышы (Илеш районында – 42,59 процент, Туймазы районында – 54 процент, Саҡмағошта – 48 процент) менән көньяҡ-көнсығышы (Баймаҡ районында – 16 процент, Йылайырҙа – 21 процент, Бөрйәндә – 35 процент) араһында айырма ҙур. Газ менән юлдың инфраструктура селтәре эшҡыуарлыҡ башланғысын тормошҡа ашырыу, сәнәғәт һәм эшкәртеү производстволары төҙөү өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Икенсе төрлө әйткәндә, ошондай инфраструктура булмай тороп, ниндәйҙер социаль-иҡтисади үҫеш тураһында һүҙ алып барыуы ҡыйын. Был һандар “суверенитет” йылдарында ла, уларҙан һуң да Башҡортостандың Урал аръяғы проблемаларының тейешенсә хәл ителмәүен, был биләмәләрҙең деградацияға килтереүен сағылдыра. Ә бөгөн халыҡтың вахта алымы менән ситкә эшкә китеүе – ошо сәбәптәрҙең береһе.

Этник тел мәсьәләһе буйынса социологик тикшеренеүҙәргә мөрәжәғәт итәйек. Мәҫәлән, 2018 йылда “Ҡала башҡорттары: этниклыҡты һаҡлап ҡалыу проблемалары” конферен­ция­һы материалдары йыйынтығында Өфө ғалимдары М.Н. Ишемғолов һәм Ф.Ғ. Сафин 2014 йылда йәштәр араһында үткәрелгән этносоциологик тикшеренеү мәғлүмәттәрен халыҡҡа сығарҙы. Сара барышында башҡорт телен мотлаҡ тәртиптә өйрәнгән йәштәргә һо­рау биргәндәр. Мәғлүмәттәргә ярашлы, “рус йәштәренең абсолют күпселеге (73,3 процент), башҡа милләт йәштәренең ярты­һы­нан күберәге (59 процент) республика мәк­тәптәрендә башҡорт телен мотлаҡ өйрә­неү талабы менән ҡәтғи килешмәгән”. Шул уҡ ваҡытта “суверенитет тураһындағы декларация” идеологтары башҡорт теленә ҡара­та ошондай мөнәсәбәтте маҡсат итеп ҡуй­мағандыр, моғайын. Бөгөн этник тел мәсьә­ләһен ҡулайлаштырыу, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн мәғариф сәйәсәтендә бөтөнләй башҡа саралар һәм ҡараштар кәрәк.

Йыш ҡына “суверенитет тураһындағы дек­ларация” иҡтисади ресурстарҙы республика халҡы милкендә һаҡлап ҡалыу мөмкин­леген бирҙе, тигән тезисты ишетергә тура килә. Асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәргә таянып тикшереү ҙә был тезистың дөрөҫлөгөндә шик тыуҙыра.

Хәтерегеҙҙәлер, Башҡортостандың яғыу­лыҡ-энергетика комплексындағы иң ҙур алты предприятиены, шул иҫәптән “Башнефть”те хосусилаштырыу 2002 йылда баш­ланғайны. Хәлдең бөтә ваҡлыҡтарына туҡталып тормайынса, шуны әйтергә кәрәк: Рәсәй Феде­рацияһының Иҫәп палатаһы был ваҡиғаны “Рәсәйҙең нефть сығарыу компаниялары тарихында ғүмерҙә булмағанса фе­дераль милектән активтарҙы урлау осра­ғы” тип атаны. Артабан акциялар “Система” акцио­нерҙар финанс корпорацияһына һатылды һәм федераль үҙәк хәлгә ҡыҫылғандан һуң ғына дәүләт милкенә кире ҡайтарылды.
“Салауатнефтеоргсинтез”дың (СНОС) акциялары 1998 йылдан “Газпром”дың структур подразделениеларының ышаныҡлы ида­раһында булды, әммә 2007 йылда Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте СНОС акцияларының контроль пакетын бөтөнләй “Газпром”ға һатты.

Һуңғы ваҡиғалар юҫығында “Сода” акцио­нерҙар йәмғиәте акцияларына бәйле 2007 – 2013 йылдарҙағы килешеүҙәр ҙә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Улар һөҙөмтәһендә республика Рәсәй сода монополисы өҫтөнән контролде юғалтты.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тармағын­да ла ошондай уҡ хәлдәр күҙәтелде. 2000 йылдар башынан алып Учалы, Бүребай һәм Сибай тау-байыҡтырыу комбинаттары Урал тау-металлургия компанияһы контроленә күсте.

Ғөмүмән, республиканың дәүләт активтарын хосусилаштырыу темаһы, беҙҙеңсә, айырым ғилми тикшеренеү талап итә. Башҡортостанда хосусилаштырыу ғәмәлдәре уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ башланды. Шартлы рәүештә “суверенитетлы” тип атарлыҡ шул тарихи дәүерҙә республика бөгөн үҙенең үҫеше өсөн файҙаланырлыҡ етди иҡтисади базаны юғалтты.

Икенсе сюжет: донъяға ҡараш

Гуманитар мөхиттә “суверенитет” дискурсы этноцентризм ҡараштарына яңы этәргес бирҙе. Был идеологияның донъяға ҡараш йәһәтенән ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Этноцентризм проблемаһына “суверенитет” дәүере законлаштырған ғәҙәттән тыш хәл булараҡ туҡталып китәйек. “Үҙгәртеп ҡороу” йылдарынан һуң Алтон Донеллиҙың “Рәсәй­ҙең Башҡортостанды яулап алыуы”н уҡыу һәм милләтселек тураһында ыңғай ваҡиға булараҡ һүҙ алып барыу модаға инеп китте.

Ижтимағи процестар практикаһы һәм теле этник милләтселек менән һуғарылһа ла, власть институттарына этноцентризм үтеп инә алманы. Дәүләт власы орган­дарындағы кадрҙар сәйәсәте лә ошо турала һөйләй. Унда милләт-ара тигеҙлек һаҡлап ҡалынды.

Ижтимағи аңда “патриотлыҡ” һәм “милләтселек” төшөнсәләрен алмаштырырға йәки бутарға маташтылар.
Шул уҡ ваҡытта “тәүҙә һүҙ сығыуы” һәм “бөтәбеҙҙең дә ошо һүҙҙең ҡол, аманаты булыуыбыҙ” мәғлүм, йәғни һүҙҙәрҙең мәғәнәһе хәл-ваҡиғаларҙың йөкмәткеһен сағылдыра, уларға цивилизацион-мәҙәни яҡтан төшөнөүҙе, артабан практиканы һәм ғәмәлдәрҙе билдәләй.

Ә “цивилизациялы донъяла” һүҙҙәрҙе алмаштырыуҙың төп тезисы “патриотлыҡ” менән “милләтселек”те синоним тип раҫлауға ҡорола. Тик “кәмселекле (кәмһетелгән)” совет идеологияһы арҡаһында совет осоронан һуңғы киңлектә генә “милләтселек” төшөнсәһенә кире мәғәнә һалынған.

Асылда мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ, бындай хикмәтле билдәләмәләрҙең айышына төшөнөү өсөн ижтимағи мөнәсә­бәттәрҙе һәм донъяның төрлө илдәрендә уларҙы көйләүҙе өйрәнгән сағыштырма хоҡуҡ фәненә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Дәүләттәрҙең хоҡуҡ системаларына дөйөм һыҙаттар хас, уларҙы шартлы хоҡуҡи ғаиләләр буйынса системалаштыралар. Һорауҙы теүәл аңлау өсөн роман-герман һәм англосакс хоҡуҡи ғаиләләрен ҡарап үтәйек. Роман-герман ғаиләһенә – континенталь Европаның барлыҡ дәүләттәрен (иң мөһимдәре – Франция һәм Германия хоҡуҡ системалары), шул иҫәптән Рәсәйҙе лә, ә англосакс ғаиләһенә Бөйөк Британияны һәм уның элекке колонияларын (Рене Давид классификацияһы буйынса) индерәләр.

Беҙҙең социаль-мәҙәни парадигмала “милләтселек”, ысынлап та, кире мәғәнәгә эйә. Роман-герман хоҡуҡи ғаиләһенең күпселек илдәрендә лә ошондай уҡ дискурс йәшәй. “Милләтселек” төшөнсәһен тикшереүселәр, немец социаль-мәҙәни парадигмаһындағы кире мәғәнә философ Иоган Фихтеға бәйле, тип билдәләй. Ул үҙенең хеҙмәттәрендә француз оккупацияһы тураһында фекер йөрөткәндә милләтселекте көс ҡулланыу, хоҡуҡһыҙлыҡ һәм ҡанһыҙлыҡ менән һуғарылған күренеш булараҡ нигеҙләй. Һөҙөмтәлә милләтселек шовинизм һәм ксенофобия менән бер рәткә ҡуйыла.

Шул уҡ ваҡытта англосакс хоҡуҡи ғаиләһендә, киреһенсә, милләтселек нейтраль мәғәнәгә эйә, сөнки был дәүләттәрҙең тарихи тәжрибәһе башҡасараҡ, бөтөнләй икенсе хоҡуҡи мәҙәниәт формалаша һәм милләтселек граждандарҙың дөйөмлөгөн тәшкил иткән сәйәси конструкт булараҡ ҡабул ителә.

Рәсәй хоҡуҡ системаһында нығынған немец йолаһы ижтимағи-сәйәси телебеҙҙә лә сағылыш тапҡан. Шул уҡ ваҡытта традицияларҙы шартлы англосакс йолаларына алмаштырыу нимәһе менән хәүефле һуң? Беҙҙең өсөн милләтселектең кире мәғәнәһе һис юҡҡа сыҡмай, был һүҙгә ыңғай мәғәнә һалып легалләштерһәк тә, ул аңлатҡан барлыҡ кире күренештәрҙе ижтимағи аңдың “аҡлау” хәүефе бар. Әлеге ысынбарлыҡта ул скинхедтарҙан башлап милли республикаларҙағы сепаратистик хәрәкәттәргә тиклем милләтселәр хәрәкәтен законлаштырыуҙы аңлатыр ине.

Өсөнсө сюжет: модернистик

Сәйәсәттәге, иҡтисадтағы, мәҙәниәттәге көрсөк күренештәренә һәм республиканың айырым биләмәләре торошона иғтибар итһәң, модернизация төшөнсәһенә мотлаҡ әйләнеп ҡайтаһың. Тотош йәшәйеш тармаҡ­тарын яңыртырға, йәғни социаль йәһәттән үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Заманында совет модерны Башҡортостандың һәм башҡорт йәмғиәтенең үҫешенә этәргес биргәйне. Ул осорҙа республикабыҙ йылдам яңырып, сәнәғәте, нефть химияһы комплексы алға кит­кән, иҡтисади яҡтан көслө төбәккә әүе­релгәйне. Совет модерны – иң элек әүҙем эшләгән социаль лифттар булдырыу, ябай ауыл малайына баш ҡалалағы иң яҡшы университеттарҙа юғары белем алыу мөм­кинлеге биргән ҡеүәтле мәғариф системаһын төҙөү, мәҙәниәтте үҫтереү, тотош мәҙәниәт тармаҡтарын ғәмәлгә индереү, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Заһир Исмәғилев, Салауат Низеметдинов һәм башҡа бик күптәр кеүек, республиканан ситтә лә киң билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен әҙерләү ул.

СССР тарҡалыу менән иҡтисад, мәҙәниәт һәм мәғариф кадрҙарын әҙерләү системаһы ла емерелде тиергә була. Зыян күргән тармаҡтарҙың йәмғиәттәре лә деградацияға дусар булды. Республиканың Урал аръяғындағы һәм төньяҡ-көнсығышындағы ауыл хужалығы райондары айырыуса ҙур зыян күрҙе. 90-сы йылдарҙа М.Ғ. Рәхимовтың ихтыярлы ҡарары менән республикала аграр предприятиеларҙың колхоз системаһы һаҡлап ҡалынды. Был, ысынлап та, ыңғай, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҫҡа ваҡытлы һөҙөмтә бирҙе, сөнки илдә иҡтисади парадигма үҙгәрҙе, башҡа төрлө ҡарарҙар кәрәк ине. Колхоз системаһы, юғарынан авторитар ярҙам булыуға ҡарамаҫтан, 90-сы йылдар аҙағы – 2000 йылдар башына тиклем генә йәшәй алды.

Республиканың ғалим-иҡтисадсылары 20 йылдан ашыу инде ошо кире процестарға бәйле саң ҡаға. Билдәле академик, иҡтисад фәндәре докторы М.Н. Иҫәнбаев 2008 йылда уҡ үҙенең “Экономические подрайоны Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһының иҡтисади подрайондары”) тигән хеҙмәтендә, райондарҙы социаль-иҡтисади үҫеш кимәле буйынса айырып ҡарау республикала күп йылдар дауамында дәүләт капиталының ҡайһы бер биләмәләрҙе генә үҫтереүгә йүнәлтелеүенә, шул уҡ ваҡытта башҡа райондарҙы комплекслы үҫтереү зарурлығының иғтибарға алынмауына бәйле, тигән һығымтаға килгән.

Юғарыла беҙ республиканың көнбайышы менән көньяҡ-көнсығышы (Урал аръяғы) араһындағы айырманы телгә алғайныҡ, инфраструктура йәһәтенән улар үҫештең төрлө баҫҡыстарында тора. Был хәл биләмәләрҙең социаль ысынбарлығында ла сағылыш тапмай ҡалмай. Мәҫәлән, көнбайыш райондарҙың халҡы иҡтисади яҡтан әүҙемерәк, сөнки уларҙың йәшәү мөхите быға булышлыҡ итә, төрлө дини хәрәкәттәр йоғонтоһона ла улар бирелеп бармай, республиканың көньяҡ-көнсығышында йәшәгәндәрҙән айырмалы, рационаллек кимәле лә унда юғарыраҡ. Башҡортостандың Урал аръяғы биләмәләрендә ижтимағи аң йолалар, традицион йәшәйеш тәртибе менән һуғарылған, дини хәрәкәттәрҙең юғары йоғонтоһо ла ошоға бәйле; халыҡтың иҡтисади әүҙемлеге лә, рационаллеге лә бында түбәнерәк.

Әйткәндәй, ергә муниципаль контролде тормошҡа ашырыу һәм дәүләт милке билдәләнмәгән ер участкаларын бүлеп биреү өлкәһендәге закон проекты буйынса йәмәғәтселектә тыуған бәхәс рациональ фекерләмәүҙең сағыу миҫалы булып тора.
Был закон проекты буйынса Башҡорт­остан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ер бүлемдәренә бәйле барлыҡ килешеүҙәрҙе яраштырыу юлы менән контроль функцияларын үтәй, ул шулай уҡ урындарҙа ҡабул ителгән ҡа­рарҙарҙың законлылығын тәьмин итеү, ерҙе рәсмиләштереүҙән законһыҙ баш тартыу һәм хоҡуҡты теркәүҙе оҙаҡҡа һуҙыу осраҡ­тарына юл ҡуймау маҡсатында күҙәтеү һәм координациялау бурысын да үҙ иңенә ала.

Шул уҡ ваҡытта ер участкалары буйынса вәкәләттәр муниципалитет хакимиәттәрендә ҡала, бындай ерҙәрҙе һатыуҙан һәм ҡуртымға биреүҙән алынған килем дә урындағы бюджеттарға индерелә. Дөйөм алғанда, закон проекты урындағы халыҡты ер мәсьәләһендәге башбаштаҡлыҡ ғәмәлдәренән һаҡлауға йүнәлтелә, әммә башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында йәшәгән халыҡ йәлеп ителгән йәмәғәтселек бәхәсендә ғәҙәти булмаған кире дәлилдәр яңғырай. Атап әйткәндә, урындағы үҙидараға ҡаршы төшәләр тип раҫлауҙарҙан тыш, бәхәс 100 йылдан ашыу ҡулланылмаған ер мөнәсәбәттәрен көйләү алымына – башҡорттарҙың “аҫабалыҡ хоҡуғы”на күсерелә. Социология күҙлегенән был – иҫкелектең тантана итеүенә сағыу миҫал, сөнки тап ошондай һығымталар донъяны архаик ҡабул итеүгә ҡорола.

Башҡортостандың Урал аръяғында социаль ысынбарлыҡтың үҙгәреше төп институттарҙы, юл, газ һәм һыу селтәрҙәре кеүек коммуникациялар инфраструктураһын үҫтереүҙән; сымһыҙ элемтә һәм интернет менән тәьмин итеүҙән; Рөстәм Хәмитов осоронда ҡулайлаштырыу тулҡыны емергән һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарын тергеҙеү аша башланырға тейеш.
Тап шуға күрә Радий Хәбиров 2019 йылда республика юлдарын төҙөкләндереүгә һәм төҙөүгә ғәйәт күп аҡса – 21 миллиард 95 миллион һум йүнәлтте. Ошо маҡсатта ауыл медицинаһын тергеҙеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла (2020 йылда 100-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла).

Мәҙәниәт өлкәһендә ижадсылар һәм үҙ эшенең оҫталары олоғайып һәм ауырып арабыҙҙан күпләп китә, әммә яңы алмаш әҙерләү һүлпән бара. Әҙәбиәттә әҫәрҙәрен республиканан ситтә тәржемә итеп уҡыған совет осоро эшмәкәрҙәре менән сағыштырырлыҡ яҙыусылар һәм шағирҙар юҡ тиерлек. Башҡорт әҙәбиәтендә жанр булараҡ әҙәби тәнҡит юғалды, тип әйтергә лә мөмкин, тимәк, әҫәрҙәргә юғары талап ҡуйырлыҡ шәхестәр ҙә юҡ.

Әҙәбиәттә Айгиз Баймөхәмәтовты ғына айырып билдәләргә булалыр. Уның балалар йорттарында тәрбиәләнгән һәм урам балаларының киҫкен социаль проблемалары күтәрелгән китаптары Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә һәм БДБ илдәрендә, тәү сиратта, “төрки телле донъяла” киң танылыу яуланы. Илдең хәҙерге милли яҙыусылары араһында ул – Сыңғыҙ Айытматов осоронан алып милли авторҙың китаптары тиҫтәнән ашыу телгә тәржемә ителеп, әҫәрҙәре айырым төбәктәрҙә һәм БДБ илдәрендә әҙәбиәттең уҡыу курсына ингән берҙән-бер яҙыусы. Шул уҡ ваҡытта 2018 йылға тиклем өс йыл дауамында А. Баймөхәмәтов тыуған Башҡортостанында эшкә урынлаша алмаған. Беҙҙеңсә, был хәл республикалағы торғонлоҡ күренештәре дәрәжәһен асыҡ күрһәтә.

Мәҙәниәттең башҡа тармаҡтарында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Күмәк мәҙәниәт продукты етештергән эстрада өлкәһен дә яңыртырға кәрәк, сөнки күмәк мәҙәниәт юғары конкурентлыҡ шарттарында эшләй. Милли эстрада Рәсәй, донъя эстрадаһы менән ярышырға мәжбүр. Икенсе төрлө әйткәндә, милли эстрада башҡарыусылары ҡулланыусыла пульт төймәһен Рәсәй йәки сит ил эстрадаһы каналына күсереү теләге тыумаҫлыҡ продукт етештерергә тейеш. Беҙҙеңсә, Р. Хәбировтың йәмәғәт башлан­ғысында үҙ кәңәшсеһе итеп ижады 40 мил­лионға яҡын кешенең күңеленә хуш килгән, танылған милли эстрада башҡарыусыһы Радик Юлъяҡшинды тәғәйенләргә ҡарар итеүе ошоға бәйле.

Модернизация тураһында фекер йөрөт­кәндә, бының һәр саҡ һыҙланыулы процесс икәнлеген хәтерҙә тотоу фарыз, сөнки ул әүәл-әүәлдән барлыҡҡа килгән бәйләнеш­тәрҙе өҙөп, уларҙың етешһеҙлектәрен, социаль практикаларын ҡабатламаған өр-яңы мөнәсәбәттәр булдырыуҙы күҙ уңында тота. Бө­гөнгө Башҡортостанды алғанда, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бында һәр тармаҡта тиерлек геронтократия һәм клан бәйләнештәрен өҙөү зарурлығы бар. Тап шуға күрә бөгөн модернизациялау юҫығында һәр төрлө кадрҙар үҙгәреше йәмғиәттә бәхәс тыуҙыра. Әммә был – төбәк системаһын реформалау бурыстарына һәм логикаһына, уның һөҙөмтә­лелеген арттырыуға бәйле булған ниндәйҙер дәрәжәлә объектив һәм ҡотолғоһоҙ процесс.

Дүртенсе, йәғни бөгөнгө сюжет

Башҡортостандың утыҙ йыллыҡ тарихында төрлө хәлдәр булды. Әйткәндәй, был осорҙо республикабыҙ лайыҡлы үтте. Ауыр кисереш­тәр һәм СССР тарҡалыуы дәүе­рендә, үҙәктән ситкә ынтылған көстәргә ҡа­рамаҫтан, Баш­ҡортостан шикле “суверенлаштырыу” ғәмәл­дәре йоғонтоһона бирел­мәне. 90-сы йылдарҙа иҡтисадты һаҡлап ҡалды, социаль өлкәне үҫтерҙе. Атап әйткәндә, М.Ғ. Рәхимов осоронда меңдән ашыу мәктәп төҙөлдө, шулай уҡ һау­лыҡ һаҡлау объекттары – дауаханалар һәм шифаханалар һалынды. Милләтселек дис­курсы әкренләп йәмәғәт тормошонан ҡыҫы­рыҡлап сығарылды, ә республика власының рәсми риторикаһында милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өҫтөнлөк итә башланы. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеү шул осорҙағы төп ваҡиғаларҙың береһен тәшкил итә. Әммә тел өлкәһендә уңышһыҙ эксперименттар булғыланы, һәм, беҙҙеңсә, уйланылған, системалы кадрҙар сәйәсәте тор­мошҡа ашырылманы. Р. Хәмитов идара иткән 2010 йылдарҙағы башлыса торғонлоҡ осороноң конгресс сараларын, ШОС-БРИКС саммиттарын үткәреү, “Өфө” футбол клубын төҙөү кеүек ыңғай яҡтарын да билдәләргә кәрәк.

30 йыл эсендә тормош тамырынан үҙгәрҙе, шуға ла башҡорт йәмғиәтенең “суверенитет” дискурсына мөрәжәғәт итеүе республикала яңыртыу ғәмәлдәрен ысын мәғәнәһендә тотҡарлаған донъяға ҡараштар бәхәсе сәбәптәренең береһе булып тора. Милли республикаларҙа сәйәси системаның күп йәһәттән партия системаһына түгел, ә этносәйәси тигеҙлеккә ҡоролоуы тураһында оноторға ярамай. Бының объектив сәбәптәре милли төбәктәрҙә социаль күренештәрҙең этник хәл-шарттар менән һуғарылыуына ҡайтып ҡала. Шуға ла ынтылыштарыбыҙҙы сағылдырған мәғәнә-йөкмәткеләр бик мөһим. Андроповтың “беҙ үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәтте белмәйбеҙ” тигән һүҙҙәрен “беҙгә ҡайҙа һәм ни өсөн барыуыбыҙҙы белергә кәрәк” тигән һүҙбәйләнеш менән тулыландырырға кәрәк.

Шуны ла айырып билдәләү кәрәк: 11 октябрҙә дәүләт байрамы барлыҡҡа килгәнгә тиклемге ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм кире аспекттар байрамдың тарихи әһәмиәтен һис кәметмәй. Республика, уның тыуған көнө бар. Әле Рәсәй көнө булараҡ билдәләнгән 12 июнгә ҡарата ла ваҡытында ошондай уҡ юҫыҡтағы фекерҙәр байтаҡ булды.

“Суверенитет” дискурсы кәйефен яҡлаған йәмәғәт эшмәкәрҙәренә үҙаллылыҡ тулы­һынса тормошҡа ашырылған биләмә­ләргә ҡараш ташлау зыян итмәҫ ине – БДБ илдәренең бөтәһе лә тиерлек бөгөн геосәйәси тотороҡһоҙлоҡ, милләт-ара һәм хәрби бәхәс хәлендә, иҡтисады һәм социаль структураһы емерелгән.

Б. Кагарлицкий тарафынан “Периферийная империя” (“Перифериялағы империя”) хеҙмәтендә Рәсәй тарихына ҡарата ҡулланылған И. Валлерстайндың донъяны системалы анализлау логикаһына таянғанда, Иван Грозный заманынан алып башҡорттар өсөн әллә ни үҙгәрештәр булмаған, тигән һығымтаға килергә мөмкин. Атай-олатайҙарыбыҙҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылырға ҡарар итеүе беҙҙең көндәрҙә лә көнүҙәк һәм берҙән-бер дөрөҫ ҡарар булып ҡала, сөнки дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә көслөнөң генә хоҡуғы иғтибарға алына, айырым төбәктәрҙе “суверенлаштырыу” ғәмәлдәре донъя державаларын үҙҙәренең геосәйәси мәнфәғәте йәһәтенән генә ҡыҙыҡһындыра.

Шуға күрә бөгөн беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – халыҡтың традицион ҡиммәттәре нигеҙендә республиканы яңыртырға булышлыҡ иткән ижтимағи дискурс булдырыу, үҙенең милли-мәҙәни берҙәйлегенән һәм тарихи йолаларынан баш тартмайынса, хәҙерге донъяның үҙгәреүсән шарттарында тотороҡло үҫешкә һәләтле, бәхәстәргә юл ҡуймаған, рациональ йәмғиәт төҙөү.


Автор: Азат БАДРАНОВ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Читайте нас: