Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Октябрь 2020, 21:54

Рөстәм Моратовҡа ышаныс белдерелде

Ул республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рөстәм Моратовты, биләгән вазифаһынан бушатып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Рөстәм Хәмит улы Моратов 1980 йылдың 12 мартында Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. Мәскәү дәүләт сервис университетын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2003 йылда республика Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының транспорт комплексын күҙаллау, анализлау һәм уның отчетлылығы бүлегендә белгес булып башлай.
Төрлө йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта, Бшҡортостан Президенты ҡарамағындағы Стратегик эшләнмәләр үҙәгендә белгес, бүлек начальнигы, “КоммерсантЪ-Башкортостан” нәшриәт йортонда генераль директор, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында үҫеш буйынса директор, “Бизнес коррупцияға ҡаршы” үҙәгендә башҡарма директор, “Гранель” йәмғиәтендә генераль директор, “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһында вице-президент була. 2019 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: