Хәйбулла хәбәрҙәре
0 °С
Ясна
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Октябрь 2020, 21:57
Башҡортостан етәксеһе хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте
*
Республика Башлығы Радий Хәбиров эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте. Был хаҡта ул шишәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Ойошма-предприятие етәкселәренә мөмкин булғанса кешеләрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим итәм. Әлегә ниндәйҙер процент ҡуймайым, әйҙәгеҙ, тәҡдим рәүешендә норма ла ҡабул итәйек. Аҙаҡ ҡарарбыҙ», — тине ул.
Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ эшен көсәйтергә кәңәш бирҙе.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса
, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Тәүлек эсендә — 58 кеше.
Быйыл яҙҙан алып республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 9 402 осрағы теркәлгән.
https://www.bashinform.ru/bash/1506646/
Читайте нас: