Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
18 Сентябрь 2020, 11:52

Республикала приюттарҙа изоляция оҙайтылды һәм чиновниктарҙың командировкалары сикләнде

/

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған яңы документта 15 октябргә тиклем социаль приюттарҙа йәшәүселәр өсөн изоляция тәртибенең оҙайтылыуы хаҡында әйтелә. Ашығыс медицина ярҙамы алыу өсөн мөрәжәғәт иткәндә генә мөмкин.
Шулай уҡ республика етәксеһе дәүләт органдары башлыҡтарына айырым осраҡтарҙа ғына яңы коронавирус инфекцияһы таралған райондарға, төбәктәргә һәм сит дәүләттәргә командировкаларға сығырға ҡушты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1495317/
Читайте нас: