Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Август 2020, 21:41

Шәп булыр ине!

Дәүләт Думаһында биш балалы ғаиләләргә Рәсәйҙә етештерелгән автомобиль биреү тураһында уйлашалар.

Дәүләт Думаһында биш балалы ғаиләләргә Рәсәйҙә етештерелгән автомобиль биреү тураһында уйлашалар. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков исеменә депутат Иван Сухарев ошо хаҡта хат әҙерләп ебәргән.
Уның әйтеүенсә, ғаиләләрҙе яҡлау – дәүләт алдында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Был социаль категорияға ҡараған ғаиләләрҙең күбеһе транспорт сараһы һатып алыу мөмкинлегенән мәхрүм.
Хатта әйтелеүенсә, автомобиль кәм тигәндә ете кеше һыймалы булырға, федераль ҡаҙна иҫәбенә алынырға тейеш. Балаларҙың береһенә 18 йәш тулыуы машина биреүгә кәртә булырға тейеш түгел. Депутат Сухарев быға тиклем дә күп балалы ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән башланғыстар менән сығыш яһағайны. Атап әйткәндә, ул өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән хеҙмәткәрҙәргә түләүле 35 көнлөк отпуск биреү яғында.
Фото:Pro Ufu порталы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: