Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
26 Август 2020, 21:02
Ксения Собчактың фильмы сыҡҡан
Ҡуштау тураһындағы “Бер көрәш тарихы” исемле документаль фильмда ҡыҙыҡлы факттар, төбәк етәксеһенә бирелгән шәхси һорауҙарға яуаптар бар. Унан тыш...
Билдәле алып барыусы һәм журналист Ксения Собчак 22 августа Башҡортостанға килеүе, Ҡуштау шиханы тураһында документаль фильм төшөрәсәке хаҡында хәбәр иткәйнек.
Әлбиттә, был хәл йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалманы. Социаль селтәрҙәрҙә Ксения Собчактың Ҡуштау итәгендә, тауҙы яҡлаусылар лагерында төшкән фотоһы таралып та өлгөрҙө.
Бөгөн иһә фильмдың әҙер булыуы һәм уны “Осторожно, Собчак!” YouTube-каналына ҡуйыуҙары хаҡында мәғлүм булды.
Әйтергә кәрәк, Собчак бер генә ерҙә лә Башҡортостанға йыйынғанын алдан белдермәгәйне, шуға күрә урындағы кешеләр ҙә, шиханды яҡлаусылар ҙа уны күргәс бер аҙ аптырашта ҡалғайны.
Документаль фильм 55 минут самаһы дауам итә һәм “Бер көрәштең тарихы” тип атала. Унда Собчак тау, уның тарихы тураһында бәйән итә, шиханды яҡлаусыларҙың һәм Башҡортостан сода компанияһы хеҙмәткәрҙәренең ҡаршылыҡтарының сәбәптәрен асыҡларға тырыша. Шулай уҡ, журналист Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән дә әңгәмәләшкән.
“Дөрөҫөн әйтәм: шихандарҙың нимә икәнен мин ошо уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын яҡлап сыҡҡан әүҙемдәр аша ғына белеп ҡалдым. Шул уҡ ваҡытта шуныһы ла уникаль: оҙаҡ ваҡыт эсендә был тәүге тапҡыр кешеләрҙең үҙ хоҡуғын яҡлай алыу миҫалы! Төбәк етәксеһе бығаса ла, беҙгә интервью биргәндә лә был объекттарға “айырыуса һаҡланыусы” статусын бирәсәге хаҡында белдерҙе”, - тип яҙған блогер фильмға анонста.
Әйткәндәй, Ксения Собчак Радий Хәбировҡа шәхси юҫыҡтағы һорауҙар ҙа биреп өлгөргән. Төбәк етәксеһе әсәһенең һәм үҙенең дә Ҡуштауҙан йыраҡ түгел ауылда тыуыуын, шулай уҡ яҡындарының шихандан йыраҡ түгел урында, яҡынса егерме саҡрым алыҫлыҡта ерләнеүен раҫлаған.
Фото: “Комсомольская правда”
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Kseniya-Sobchakti-filmi-si-an-427706/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?