Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
25 Август 2020, 23:37

Яҡташыбыҙ – Габон Республикаһы илсеһе

Әлеге вазифа алдынан министрлыҡта Африка Департаменты директоры урынбаҫары була.

Илебеҙ Президенты указы менән яҡташыбыҙ Ильяс Искәндәров Рәсәй Федерацияһының Габон Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе тип тәғәйәнләнде.
Ильяс Фәрхәт улы 1965 йылдың 20 октябрендә Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында тыуған. 1983 йылда Салауат ҡалаһындағы күп дәрестәр инглиз телендә алып барылған махсус мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Артабан ул Ташкент дәүләт университетының Көнсығыш факультетында белем ала, армияла хеҙмәт итә, МГИМОла уҡыуын дауам итә.
Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, ул Рәсәй Сит илдәр эштәре министрлығында эшләй. Бында төрлө юғары вазифалар биләй, башлыса Төньяҡ Африка, Тунис, Израиль, Сүриә кеүек илдәр менән хеҙмәттәшлек итә. Әлеге вазифа алдынан министрлыҡта Африка Департаменты директоры урынбаҫары була.
Ильяс Искәндәровтың 1 класлы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы кесе илсеһе рангы бар. Уны ул быйыл июнь айында алған. Француз, ғәрәп һәм инглиз телдәрен яҡшы белә. 2000 йылғы ҡыҙы бар.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в