Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
22 Август 2020, 10:54

"Уңышты ситкә ебәрмәй, үҙебеҙҙә эшкәртеү мөһим"

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция форматында сираттағы “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.
Кәңәшмәнең башында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ураҡ барышы менән таныштырҙы.
"Ауыл хужалығы эшсәндәре ужым культураларының 80 процентын йыйыуға өлгәште, 1,2 миллион тонна иген һуғылды. Эште артабан тиҙләтеү өсөн ҡояшлы көндәр кәрәк. Күпселек райондар ужым культураларын сәсеүгә төштө, әммә ямғырҙар ҡамасаулай. Икмәк баҫыуҙа ҡалмаясаҡ, уңышты ваҡытында йыясаҡбыҙ, һауа торошо көйләнеүен көтәбеҙ", - тине Илшат Илдус улы.
"Ауыл хужалығы комплексына яңы техника алыуҙа ярҙам буласаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сарыф ителгән аҡсаның яртыһын субсидиялайбыҙ. Был ярҙам лизингка техника алыуҙа ла күрһәтелә. Федераль программаларҙа ла әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Быйылғы уңыш йыйыу кампанияһы шуны күрһәтте: Башҡортостанға игенде эшкәртеү буйынса предприятие кәрәк. Уңышты төбәктән ситкә ебәрмәй, үҙебеҙҙә эшкәртеү мөһим".
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы республика башлығына Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Салауат ҡалаларында сауҙа-йәрминкә эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса махсус программа тәҡдим итте. Уға ярашлы ҡалаларҙағы баҙарҙарҙың эшенә үҙгәрештәр индереләсәк. Радий Хәбиров был программаның урындағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр, фермерҙар һәм шәхси ихаталарында емеш, йәшелсә үҫтереүселәргә йүнәлтелгән булыуын билдәләне.
"Ауыл халҡының үҙе етештергән тауарҙы ауырлыҡһыҙ баҙарға сығарып һатыу мөмкинлеге булырға тейеш. Икенсе кәңәшмәлә ҡала етәкселәренән был мәсьәлә буйынса яуап көтәм", - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығының Шишмә районына эш сәфәре мәлендә урындағы быуала төҙөкләндереү эштәре атҡарырға кәрәклеге тураһында һүҙ булғайны. Тәү сиратта был проект урындағы емеш-йәшелсә питомнигына һыу һибеү өсөн мөһим булһа, икенсе маҡсат – халыҡҡа ял итеү урыны булдырыу. Бында пляж, йүгереү һәм йәйәү йөрөү өсөн юлдар, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөләсәк. Быуала төҙөкләндереү эштәре 2022 йылда тамамланырға тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: