Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
22 Август 2020, 23:02

Бөгөнгө осрашыуҙа ниҙәр хаҡында һүҙ барҙы?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Ҡуштауҙы яҡлаусы әүҙемселәр менән осрашты.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Ҡуштауҙы яҡлаусы әүҙемселәр менән осрашты. Сара барышы “Бәйләнештә”, “Фейсбук” һәм “Инстаграм”да тура эфирҙа күрһәтелде.
Осрашыуҙа Ҡуштауҙы яҡлаусылар, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет ағзалары, хәбәрселәр, Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников менән уның урынбаҫары Виктор Логинов ҡатнашты.
"Тау янында әйткәнемсә, ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән ҡарар табылмай тороп, тау эшкәртелмәйәсәк. Шунда уҡ Координация советы булдырырға һөйләшкәйнек. Минең тәҡдим шундай: был эште атҡарыу өсөн ике аҙна бирәм. Ошо ваҡыт эсендә совет булдырырға, консультациялар үткәрергә һәм ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Әгәр совет йыймайһығыҙ һәм ҡарар тапмайһығыҙ икән, ике аҙнанан, 4 сентябрҙә, Ҡуштауға айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү өсөн бөтә документтарҙы ебәрәсәкбеҙ. Ни өсөн тигәндә, был мәсьәләне ябырға кәрәк, Ҡуштауҙы эшкәртеү мөмкин түгел", – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Координация советын булдырып, “БСК” менән һөйләшеү кәрәк, тип белдерҙе, сөнки унда ла кешеләр эшләй, бәлки, уларҙың да ниндәйҙер тәҡдимдәре барҙыр.
Ҡуштауҙы яҡлаған әүҙемселәр лидеры Урал Байбулатов сығыш яһаны һәм манифест тәҡдим итте.
– Беҙ – Башҡортостандың дөйөм яҙмыш ҡушыуы буйынса берләшкән күп милләтле халҡы, Ҡуштауҙың республика һәм донъя кимәлдәге геологик, минерологик, биоэкологик һәм тарихи-мәҙәни әһәмиәтен яҡларға баҫыусылар. 16 августа Ҡуштау итәгендә республика Башлығы Радий Хәбиров менән булған осрашыуҙан һуң уртаҡ фекергә килеп, ошондай талаптар билдәләйбеҙ, – тине ул һәм манифесты уҡып ишеттерҙе:
1) Ҡуштауға республика әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе һәм милли парк тигән статус биреү. Ошоға ҡағылышлы хоҡуҡи-норматив акттарҙы 10 көн эсендә ҡабул итергә;
2) Тиҙ арала һәм кисектермәҫтән Ҡуштауҙы яҡлаусыларҙы азат итеү. Уларҙы киләсәктә эҙәрлекләмәҫкә гарантия биреү;
3) Ҡуштауҙы эшкәртеүгә һәм ағас ҡырҡыуға бирелгән бөтә рөхсәт ҡағыҙҙарын, лицензия һәм норматив-хоҡуҡи акттарҙы ғәмәлдән сығарыу;
4) Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановтың, «Вершина» шәхси һаҡ агентлығының, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең, «Башҡорт сода компанияһы» хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡа шәхесе асыҡланмаған кешеләрҙең Ҡуштауҙы яҡлаусыларҙы туҡмауы һәм кәмһетеүе, лагерға һөжүм итеүе буйынса эш башлау һәм уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу;
5) Ҡуштауға айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тигән статус биреү буйынса, уның геологик, минерологик, биоэкологик, тарихи-мәҙәни әһәмиәтен өйрәнеү өсөн халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыу, уны утыҙ көн эсендә ойоштороу.
Координация советы булдырыу буйынса әүҙемселәр аныҡ фекер әйтмәне. Республика етәксеһе иһә быны эшләү кәрәклеген һәм яҡтар унда барыһын да хәл итергә тейешлеген белдерҙе.
– Координация советы булырға тейеш. Беҙ ике аҙна көтәбеҙ. Был осорҙа “БСК” ла инициатива күрһәтергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Ҡарар ҡабул итәһегеҙме, юҡмы, 4 сентябрҙә беҙ Ҡуштауға айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү буйынса документтар ебәрәбеҙ, улар әҙер.
Үрнәк ауылынан Флүрә Адаменко сығыш яһап, үҙенең предприятие өсөн сеймал табыу юлдары буйынса фекерен белдерҙе.
– “БСК”ның яңы шарттарҙа Ҡуштауһыҙ эшләргә әҙер булмауын һәм предприятиены ла ҡотҡарырға кәрәклеген иҫәптә тотоп, беҙ акционерҙарҙан контроль пакетты һатып алырға тәҡдим иттек. Әлегә уларҙан аныҡ яуап юҡ, – тине Радий Хәбиров һәм был эшмәкәрлек тураһында аныҡ мәғлүмәттәр килтерҙе.
Радий Хәбиров оҙаҡламай Ишембайға барып, улар менән һөйләшәсәге тураһында ла әйтте. Тау тирәһендәге ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла эш башланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: