Бөгөн кис, 16 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштау шиханын яҡлаусы экоәүҙемселәр менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә бында экологик флешмоб булды, уның һөҙөмтәһендә “Башҡортостан сода компанияһы” хеҙмәткәрҙәре һәм экологик әүҙемселәр араһында бәрелештәр булды. Бөгөн дә Ҡуштауҙағы бәрелештәр һәм ҡаршы тороуҙар дауам итте.
– Ҡуштау шиханына бер кем дә менмәйәсәк, компромислы ҡарар тапмайынса, бер ниндәй эштәр ҙә алып барылмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп. – Мин экстремизмға ҡаршы һәм бөтәгеҙҙең дә туҡтауығыҙҙы һорайым. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә туҡтарға кәрәк. Иң әүҙемдәрегеҙҙе беҙҙең менән һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға саҡырам. Беҙ был хәлде ентекләп тикшерергә әҙер. Һуғышыу етте, башҡа бер кемгә лә рөхсәт итмәйәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.