Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Август 2020, 10:40

Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәл режимын индерҙе

Етәксене бындай аҙымға нимә этәргән?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың бер нисә районында һәм ҡалала ғәҙәттән тыш хәл режимы индереүе тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта мәғлүмәт хоҡуҡ порталында баҫылған.
Документта әйтелеүенсә, 2020 йылдың июлендәге “тупраҡтағы ҡоролоҡҡа һәм ҡыуан елгә бәйле” ауыл хужалығы сәсеүлектәренең һәләк булыуы айҡанлы ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
Бойороҡҡа ярашлы, 1 августан 20 авгусҡа тиклем Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Салауат, Стәрлебаш, Учалы райондарында һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Радий Хәбиров республиканың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуы һөҙөмтәһендә күрелгән зыянды ҡатплауға документ әҙерләргә һәм тапшырырға, ә район хакимиәттәренә “ҡоролоҡто еңелләйтеү буйынса тулы саралар күрергә” ҡушҡан.
Фото: allufa.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: