Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Август 2020, 10:46

Закон менән яҡлана

“Башҡортостан Республикаһында матди булмаған мәҙәни мираҫ тураһында” закон ҡабул ителде

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында матди булмаған мәҙәни мираҫ тураһында” закон ҡабул итте. Документта матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын популярлаштырыу һәм һаҡлап ҡалыу, билдәләнгән өлкәлә фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү мәсьәләләре көйләнә.

– Беҙ бай мәҙәниәте һәм тарихы булған күп милләтле республикала йәшәйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы әкиәттәрҙе, йырҙарҙы, фольклорҙың башҡа төрҙәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, бейеү, вокаль, инструменталь сәнғәт формаларын, музыка ҡоралдарын һәм көнкүреш әйберҙәрен әҙерләү технологияларын туплаған. Былар барыһы ла мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыуҙы һәм ентекләп өйрәнеүҙе генә түгел, шулай уҡ уларҙы популярлаштырыуҙы, быуындан быуынға тапшырыуҙы талап итә, – ти был йәһәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Закон Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Законда шулай уҡ матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарының махсус реестрын булдырыу һәм алып барыу күҙ уңында тотола.

Реестрҙы формалаштырғанда объекттарҙың тарихи һәм художестволы ҡиммәте, уларҙың үҙенсәлекле булыуы һәм юғалыу ҡурҡынысы иҫәпкә алынасаҡ. Теге йәки был халыҡ мәҙәниәте феноменын реестрға индереү тураһындағы ҡарар махсус экспертиза йомғаҡтары буйынса ҡабул ителәсәк.

Фото: gorobzor.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: