Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге битендә кадрҙар мәсьәләһендәге үҙгәрештәр тураһында белдергән. Быға тиклем ул тәғәйенләүҙәр хаҡында интернетта яҙмағанын, был юлы иҫкәрмә яһауын әйткән.
Бөгөндән башлап Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын Азат Бадранов башҡарасаҡ. Республика етәксеһенең әйтеүенсә, ул милләт-ара һәм конфессиональ-ара мөнәсәбәттәр һәм телдәрҙе, мәҙәниәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау мәсьәләләрен алып барасаҡ.
”Бындай ҙур, этник яҡтан бай, берҙәмлеге менән көслө булған республиканы һаҡлау өсөн өҫтәмә тырышлыҡ һалыу кәрәк”, - тип иҫәпләй республика етәксеһе. Ул тәжрибәле йәш кешенең был бурысты лайыҡлы башҡарыуына ышаныс белдергән.
Фото: БР Башлығы сайтынан.