Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Август 2020, 10:44

Рәсәй президенты судьялар тәғәйенләне

Башҡортостандың Юғары суды судьялары һәм Белорет суды рәйесе урынбаҫары билдәләнде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың Юғары суды судьяларын һәм Белорет суды рәйесе урынбаҫарын тәғәйенләне.
Дәүләт башлығы ил төбәктәрендәге квалификациялы судьялар коллегияһында Рәсәй Президенты вәкилдәрен һәм федераль суд судьяларын тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, алты йыллыҡ срокка Белорет район-ара суды рәйесе урынбаҫары итеп Динара Әбсәләмова тәғәйенләнде.
Башҡортостан Республикаһының Юғары суды судьяһы вазифаһына Аида Баһауетдинова, Виктор Иванов һәм Ольга Сыртланова билдәләнде.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: