Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Август 2020, 10:49

Ҡоролтайға кандидаттар теркәлде. Кемдәр?

Һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдереп, алтышар кеше кандидатураһын ҡуйған, йәғни бөтәһе 12 кеше.

Мәғлүм булыуынса, республикала сентярбҙә уҙасаҡ Берҙәм һайлау көнөндә Белорет районы буйынса 35-се Металлургттар һәм Өфө ҡалаһы буйынса 14-се Новиков округтарынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ике депутат һайланасаҡ. Әле ошо ике округтарҙың һәр береһе буйынса һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдереп, алтышар кеше кандидатураһын ҡуйған, йәғни бөтәһе 12 кеше.
14-се Новиков һайлау округы буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов (“Берҙәм Рәсәй”), Өфө радиоэлектроника колледжы студенты Булат Азиев (КПРФ), ваҡытлыса эшһеҙ Азат Маматов (ЛДПР), “Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Заһир Хәкимов, 7-се мәктәп директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Диана Бикмәева (“Йәшелдәр”), “УК Новиковка” йәмғиәте директоры Рөстәм Шакиров (“Ғәҙел Рәсәй”) депутатлыҡҡа кандидатураларын ҡуйған.
35-се Металлургтар һайлау округы буйынса Шишмә районының элекке башлығы Флүр Уразмәтов, крәҫтиән-фермер хужалығы механигы Әмир Мағазов (әле ул Белорет район Советы депутаты, КПРФ), ваҡытлыса эшһеҙ Юрий Рудаков (ЛДПР), “Рәсәй тимер юлы”ның Дим вагон депоһы участкаһы мастеры Самат Бәхтийәров (“Рәсәй патриоттары”), Белореттан шәхси эшҡыуар Виталий Иванов (“Йәшелдәр”), “Башстройтранс” йәмғиәтенең милек менән идара итеү буйынса бүлек төп инженеры Рөстәм Бакиров депутат булырға теләк белдергән.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары – Новиков округы буйынса Александр Дегтев июндә ваҡытынан алда вәкәләттәрен һалды, Металлургия округы буйынса Иван Лавренов район хакимиәтендә урынбаҫар итеп тәғәйенләнеүгә бәйле мандатынан баш тартты.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: