Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуратураһы “Демография” милли проектын бойомға ашырыуҙа ҡануниәттең үтәлешен тикшергәндә етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған.
Былтыр августа Өфө ҡалаһының 172-се балалар баҡсаһы мөдире 320 мең һумға уйын ҡорамалын һатып алыу буйынса килешеү төҙөй. Килешеү шарттары үтәлмәүгә ҡарамаҫтан, ул бюджет аҡсаларын нигеҙһеҙ күсерә. Бынан тыш, алынған ҡорамалдың бер өлөшө файҙаланылмаған, йәғни төрөлгән килеш ҡаптарында ятҡан.
Прокуратураның талабы буйынса мәктәпкәсә учреждение етәксеһе “контрактты төҙөү, үҙгәртеү тәртибен боҙоу” статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шулай уҡ етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлә.