Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Август 2020, 11:59

“Эш кешелеклелек сифаттары менән бәйле булырға тейеш”

Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың социаль йүнәлешле ойошма вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.

11 августа Республика Хөкүмәтендә социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәренең “Ышаныс” хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фондын ойоштороусы, “Хәстәрлек төбәге” Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты проекты авторы Нюта Федермессер һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” булды.
Нюта Федермессер сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да әүҙем фекер алышырға саҡырҙы һәм бөгөнгө һөйләшеүҙең сентябрҙә Сочиҙа уҙасаҡ “Яңы заман өсөн көслө идеялар” стратегик башланғыстар агентлығының федераль форумы башланғысы булыуы хаҡында әйтте. Йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуҙың маҡсаты яңы милли социаль йүнәлештең башланғыс нөктәһе буласаҡ социаль блоктың проблемалы яҡтарын асыу ине.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға мөрәжәғәт итеү һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе туплау, Нюта Федермессер һүҙҙәренә ҡарағанда, йәмәғәтселек вәкилдәренең, ауыр хәлдәрҙе еңеп, үҙҙәренең маҡсатына өлгәшә алыуына бәйле.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ҙур энтузиазм менән һөйләшеүгә ҡушылды һәм үҙҙәренең KPI эшләүҙә кәрәк буласаҡ стандарттары, параметрҙары менән уртаҡлашты.
“Беҙҙең балалар” балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам итеү хәйриә фонды директоры Ольга Власова миҫал итеп түбәндәге хәлде килтерҙе: "Әсәйһеҙ дауаханаға эләккән ике йәшлек бала өсөн табип ярҙамы һәм туҡланыу ғына норма түгел, уға өлкәндәрҙең хәстәрлеге кәрәк", - тине.
“Мәрхәмәт” хәйриә фонды советы ағзаһы Айгөл Гәрәева тағы бер өлөш – социаль координатор – кәрәклеге хаҡында әйтте. Ул социаль ойошмала тәрбиәләнгән бала хаҡында тулы мәғлүмәткә эйә булыр ине. Был, уның фекеренсә, баланың үҙенең дә, уны ғаиләгә алырға теләүселәрҙең дә тормошон күпкә еңеләйтәсәк.
“СоДействие” һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ата-әсәләрҙең төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Людмила Сәхәпова иһә менталь йәһәттән ыҙалыҡтар кисергәндәрҙе кешеләр социумына яраҡлаштырыу темаһы хаҡында һөйләне.
Нюта Федермессер: "Һәр социаль блоктың эше кешелеклелек сифаттары менән бәйле булырға тейеш", - тине.
“Ышаныс” хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фондын ойоштороусы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты үҙәк штабы ағзаһы Нюта Федермессер республикаға эш сәфәрендә вице-премьер Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, Өфө хосписының башҡарма директоры Радмила Сурначева менән берлектә төбәктә - беренсе, ә илдә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ Өфө хосписының төҙөлөш майҙанын ҡараны.
Фото: pravitelstvorb.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: