СӘЙӘСӘТ
4 Июля 2020, 05:08

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр ҡасан үҙ көсөнә инә?

*

Рәсәй Президенты Владимир Путин индерелгән төҙәтмәләр менән ил Конституцияһын рәсми баҫтырып сығарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Кремлдең рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр 2020 йылдың 4 июлендә көсөнә инә.
Баҫтырып сығарыу тураһында указ уға ҡул ҡуйылған мәлдән, йәғни 3 июлдән ғәмәлдә була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, бюллетендәге «эйе» тигән графаға тауыш биреүселәрҙең 88,68% билдә ҡуйҙы.
Читайте нас