"Беҙ сығышыбыҙ менән Башҡортостандан булған, Төркиәлә йәшәгән өс ғаилә (алты кеше) тауыш бирҙек, Мәхмүттәр төбәгенән – Аланиянан бөтәһе 15 кеше. 40 градус эҫе тороуға ҡарамаҫтан, кешеләр 150 саҡрым араны үтеп, ҙур теләк һәм дәрт менән тауыш бирергә барҙыҡ. Бөйөк илебеҙҙең яҙмышын хәл иткән бындай саранан ситтә ҡала алманыҡ. Бөтә нәмә лә ситтән күренә һәм мин, беҙҙең Рәсәй яңы Конституцияға лайыҡлы, һәм уның дәүләтселеген, бойондороҡһоҙлоғон, лайыҡлы ҡартлыҡты, пенсияны тәьмин итеүгә, социаль гарантияларға ышанырға тейешбеҙ", – тине Наил Сәйфуллин.