Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
2 Июль 2020, 11:08

2,8 миллион граждан ҡатнашҡан

Республикала Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү киске сәғәт 8-ҙә тамамланды. Әле һайлау участкаларында тауыштарҙы иҫәпләү эше бара.

Республикала Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү киске сәғәт 8-ҙә тамамланды. Әле һайлау участкаларында тауыштарҙы иҫәпләү эше бара.
Сираттағы – 20.30 сәғәттә уҙған онлайн-брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова биргән мәғлүмәттәр буйынса, 20.00 сәғәткә ҡарата – участкалар ябылыуға – республикалағы тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 2,8 миллион граждан ҡатнашҡан. Был исемлектә булған кешеләрҙең 89,78 процентын тәшкил итә.
19.30 сәғәткә ҡарата Өфө халҡының 85,5 проценты тауыш биргән. Республиканың башҡа ҡалаларында 85,9 процент кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән, райондарҙа – 91,7 процент.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса “ҡыҙыу линия”ға 800 меңдән ашыу шылтыратыу булған. Халыҡты тауыш биреү тәртибе, Конституцияға төҙәтмә индереүҙең асылы, тауыш биреү участкаларының ҡайҙа урынлашыуы һ.б. ҡыҙыҡһындырған.
Сираттағы онлайн-брифинг иртәгә – 2 июлдә – 11.00 сәғәттә үтә. Унда Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко сығыш яһаясаҡ.
Тура трансляция Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының www.facebook.com сәхифәһендәге төркөмдә https://www.facebook.com/2205005229614816/live/ һылтанмаһы буйынса һәм Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һорауҙарын [email protected] электрон адресы аша бирә аласаҡ. Мөрәжәғәттә баҫманың исеме, хәбәрсенең исем-фамилияһы һәм телефоны күрһәтелергә тейеш.
Автор фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: