Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Июль 2020, 21:22

Йәмәғәт күҙәтеүселәре: "Закон боҙоуҙар юҡ!"

*

Бөгөн Рәсәй халҡы иленең киләсәге өсөн тауыш бирә. Был сәйәси сараны ойоштороуҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре лә әүҙем ҡатнаша. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүенең бөтә этаптарында йәмәғәт күҙәтеүе сараның йомғаҡтарына ышанысты тәьмин итеүҙең мөһим элементы булып тора. Был участка һайлау комиссиялары ағзаларының барлыҡ талаптарҙы иғтибарлы үтәүенә, эштең, тауыш биреүҙең һәм тауыштарҙы һанауҙың асыҡтан-асыҡ ойошторолоуына ла йоғонто яһай.
Әйткәндәй, әле республиканың тауыш биреү участкаларында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан 15 мең самаһы йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй. Һәр участкала уларҙың һаны биштән дә кәм түгел.
Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында урынлашҡан 418-се һайлау участкаһына барғанда беҙ унда биш йәмәғәт күҙәтеүсеһен осраттыҡ.
– Тауыш биреү башлағандан бирле сара барышын күҙәтәбеҙ. Уның буйынса ла, санитария-эпидемиологик талаптар ҙа үтәлә. Закон боҙоуҙар юҡ. Бинаға ингән һәр бер кешенең ҡулы эшкәртелә, һуңынан айырым һауытҡа һалынған бирсәткә, битлек һәм ручка тотторалар. Халыҡ ихлас, әүҙем тауыш бирә, – ти Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан йәмәғәт күҙәтеүсеһе Айгизә Әлмөхәмәтова.
Күҙәтеүселәрҙең бурысы – етешһеҙлектәр тураһында хәбәр итеү. Шуға күрә был кампанияға әҙерлек барышында уларҙы уҡы­тыуға ла ҙур иғтибар бирелде. Күҙәтеүселәр ҙә үҙ яуаплылығы­н, тауыш биреү барышында нимә­ләрҙе иҫәпкә алыу мөһимлеген аныҡ белергә, уҙғарылған ғәмәлдәргә граждан­дарҙың ышанысын кәметеүгә юл ҡуймау маҡсатында эш итеү кәрәклеген аңларға тейеш.
Автор фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: