Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Июль 2020, 21:27

Тауыш биреүҙә ҡайһы район һәм ҡалалар әүҙем?

Райондарға килгәндә, төшкө сәғәт 3-кә әүҙемлек 83,6 процент тәшкил итә.

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең ҡыҙған мәле. Уның барышы тураһындағы һуңғы мәғлүмәттәрҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы көн дауамында онлайн-брифингтар аша еткереп тора.
Төштән һуң уҙған онлайн-брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге мөдире-начальнигы Йыһанур Алтынбаев сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, сәғәт 3-кә республикала тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 82,3 проценты Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм тауыш биреү сараһында ҡатнашҡан, йәғни участкаларға граждандарҙың 2,5 миллионы килгән.
Өфөлә был күрһәткес 83,6 процент тәшкил итә, ә республика ҡалалары буйынса – 78,1 процент. Был юлы Нефтекама менән Сибай ҡалалары алда бара, йәғни уларҙа тауыш биреүселәрҙең 82 проценттан ашыуы үҙенең конституцион бурысын үтәгән.
Райондарға килгәндә, сәғәт 3-кә әүҙемлек 83,6 процент тәшкил итә. Улар араһында Дәүләкән районы алдынғы сафта бара – 93 процент, шулай уҡ Баҡалы һәм Йылайыр райондарында ла күрһәткес яҡшы – 91 процент.
Республикала тауыш биреү хоҡуғы булған граждандарҙың 1 миллион 650 меңен – ҡатын-ҡыҙҙар, ә 1 миллион 377 меңен ир-егеттәр тәшкил итә.
Бөгөн тағы ла 18.30 сәғәттә – Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов, 20.30 сәғәттә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова сығыш яһаясаҡ.
Тура трансляция Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының www.facebook.com сәхифәһендәге төркөмөндә https://www.facebook.com/2205005229614816/live/ һылтанмаһы буйынса һәм Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һорауҙарын [email protected] электрон адресы аша бирә аласаҡ. Мөрәжәғәттә баҫманың исеме, хәбәрсенең исем-фамилияһы һәм телефоны күрһәтелергә тейеш.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: