Ауылда барлығы 824 кеше һайлау хоҡуғына эйә, уларҙың күптәре алдан тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланған. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре ҙур әүҙемлек күрһәтә. Әлеге ваҡытта 37 граждан өйҙә тауыш бирергә теләк белдергән. Иң өлкән һайлаусы Фәнилә Шәкирова туғыҙынсы тиҫтәһенән уҙһа, биш кеше тәүге тапҡыр мөһим сарала ҡатнаша. Уларҙың берәүһе Олег Титов 25 июндә үк тауыш бирҙе һәм киләһе көн әрме сафына алынды. Әйткәндәй, ошо көндө беренсе булып Мирғәле Сыңғыҙов һайлауға килде.