Садовый ауылында тауыш биреү әүҙем бара. Тәүгеләрҙән булып һайлау участкаһына 82 йәшлек Екатерина Асабина килде. Иң оло һайлаусыға Анастасия Самохинаға 96 йәш булһа, Динар Ҡунысбаев менән Гөлсәсәк Ҡаҙнабаева бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнаша. 5 кеше өйҙә тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланған.