Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин шулай уҡ Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнашты. Уның фекеренсә, илдең Төп Законына тәҡдим ителгән үҙгәрештәр социаль өлкә һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарына юғарыраҡ стандарттар индерә.
– Беҙ Конституцияға социаль дәүләт нормалары, ил кешеләренә пенсияға, эш хаҡына, сифатлы медицина хеҙмәтләндереүенә гарантиялар индерәбеҙ. Бөгөн Төп Закон заман йәмәғәт-сәйәси хәле талаптарына яуап бирергә, һәр беребеҙҙең хоҡуҡтарын яҡларға тейеш. Шуныһы ла мөһим, Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр уны халыҡ-ара бәхәстәрҙә өҫтөнлөклө итә. Был илебеҙҙең суверенитетын һаҡларға ярҙам итә, – тине депутат. – Әгәр ошоға тиклем тауыш бирмәһәгеҙ, быны эшләү өсөн ваҡытығыҙ бар. Үҙ фекерегеҙҙе белдерергә, илебеҙ үҫеше һәм һәр граждан өсөн нимә мөһимлеген хәл итә алаһығыҙ.