Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Июль 2020, 20:59

Ивановкалар бик әүҙем

*

Ивановка ауылында йәшәүселәр йылдағыса һайлауҙарҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Конституцияға төҙөтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә лә улар дәррәү ҡатнаша.
Ауылда 558 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Һайлаусыларҙың күбеһе алдан тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланған. 25 июндә тәүгеләрҙән булып Яҡуп һәм Нурия Әхмәтовтарҙың ғаиләһе тауыш бирҙе.
Иң оло йәштәге һайлаусылар - 93 йәшлек Александра Сидоренко һәм 84 йәшлек Вәзирхан Әхмәтов булһа, ә Гөлдәриә Ҡужагилдина менән Зөһрә Әхмәтова тәүге тапҡыр бындай сарала ҡатнашты.
Читайте нас: