Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Июль 2020, 20:07

Байғусҡарҙар тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтә

*

Байғусҡар ауылында йәшәүселәр мөһим саранан ситтә ҡалманы һәм тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауылда барлығы 393 кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың күптәре алдан тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланған. Шул иҫәптән 5 кеше өйҙә һайлаған.
Иң беренсе булып Айһылыу Нураева тауыш биргән. Һайлауҙа ҡатнашыусылар араһынан иң олоһо 88 йәшлек Мөхәмәт Байдәүләтов булһа, ете йәш егет һәм ҡыҙҙар тәүге мәртәбә бындай мөһим сарала ҡатнаша. Ошо арала әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан Ильяс Ғиләжетдинов та участкаға килеп тауыш бирҙе. Һәр ваҡыт һайлауҙарҙа ҡатнашҡан Сәмерхан Аҡбалин да был саранан да ситтә ҡалмай үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне.
Читайте нас: