Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
1 Июль 2020, 18:18

Бүребайҙар гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай

*

Бүребай ауылының барлыҡ һайлау участкаларында санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлә. Һәр береһендә йәмәғәт күҙәтеүселәре тауыш биреү барышын тикшерә. Улар белдереүенсә, мөһим сәйәси сара тыныс шарттарҙа, законға ярашлы үтә. Һайлаусылар һаны буйынса иң ҙур тип һаналған 3210-сы участкала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары урынлаштырылған. Ошо ҡулайламалар ярҙамында тауыш биреү һөҙөмтәләре автоматик рәүештә иҫәпләнәсәк.
Һайлау участкаһында тауыш биреү әүҙем бара. Бында килгән дә Зәкир һәм Ғәзимә Бураншиндар ҙа был мөһим сәйәси сарала ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар бер ваҡытта ла һайлауҙарҙы ҡалдырмай, был көндө лә һайлау участкаһына килеп үҙ фекерен белдерҙе. «Илдең Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә тауыш биреүҙә һәр бер граждандың бурысы», – тип иҫәпләй Бураншиндар.
Читайте нас: