-5 °С
Болотло
«Ялған мәғлүмәткә ҡаршы тороу өсөн Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙе рәсми сығанаҡтарҙан уҡырға кәңәш бирәм. Тәүге сығанаҡты, ә иң яҡшыһы Рәсәй Федерацияһының 1993 йылғы Конституцияһын алырға һәм уға нимә өҫтәргә тәҡдим ителгәнен сағыштырырға кәрәк. Уҡып сығырға иренмәгеҙ, мәғлүмәт күп түгел, хатта A4 форматындағы ҡағыҙға һыйҙырырға мөмкин», — тине Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Башҡортостандың Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен күҙәтеүгә әҙерлеге буйынса матбуғат конференцияһында.