Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
27 Июнь 2020, 22:15

Иң мөһиме – кешеләрҙең хәүефһеҙлеге

Санитария талаптарын үтәһәк, тауыш биреү участкалары иң хәүефһеҙ урын буласаҡ.

1 июлдә Рәсәйҙә ил Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү ойошторола. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе И.А. МАКАРЕНКО ҡайһы бер һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.

– Тауыш биреү көнөнә тиклем ике аҙна ваҡыт ҡала, һайлау комиссиялары ниндәй эштәр башҡарып өлгөрҙө?
– Эш ике йүнәлештә бара: тауыш биреүҙе үткәреүгә әҙерлә­неү һәм сарала барлыҡ ҡатна­шыусылар тарафынан санитария нормаларын һәм талаптарын үтәүгә әҙерләнеү.

Тауыш биреүгә әҙерлек би­наларҙы, техник ҡорамалдарҙы һәм ойоштороу техникаһын әҙерләүгә, шулай уҡ ҡатнашыу­сыларға тауыш биреү көнө, тауыш биреү алымдары тура­һында мәғлүмәт еткереүгә ҡорола.

Территориаль һайлау комиссиялары участка һайлау комиссиялары ағзаларын уҡытыуҙы ойоштора, уларҙы дөйөм Рәсәй тауыш биреүен үткәреү тәртибе менән таныштыра. Бынан тыш, һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) оператор­ҙары өсөн дә уҡыуҙар үткәрелә.

Мәғлүмәти эш алып барыла. Мәҫәлән, муниципаль берәмек­тәрҙә баннерҙар урынлашты­рыл­ған. Киң мәғлүмәт саралары, социаль селтәрҙәр аша тейешле мәғлүмәттәр таратыла.

Эшебеҙҙең икенсе йүнәлеше – тауыш биреүҙә ҡатна­шыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары. Әле һайлау комиссияларына үҙҙә­ренең ағзалары, шулай уҡ тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар (битлек, бирсәткәләре булма­ғандар) өсөн шәхси һаҡлыҡ саралары таратылған. Дезинфекциялау әйберҙәре етерлек кү­ләмдә алынған, тауыш биреү уҙғарылғанда ла бер-ике сәғәт һайын бөтә биналарҙы эшкәртеп торасаҡтар.

– Киң мәғлүмәт сараларында “Роспотребнадзор”ҙың тауыш биреүҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән яңы тәҡдимдәр ебәреүе тураһында хәбәр бул­ғайны...
– Ысынлап та, 10 июндә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы “Роспотребнадзор” федераль хеҙмәте менән берлектә тауыш биреүҙе граждандарҙың һау­лығы өсөн хәүефһеҙ итеп ойоштороу буйынса яңы тәҡдимдәр әҙерләп ебәрҙе. Мәҫәлән, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тотош илдә һайлау комиссиялары ағзаларына коронавирусҡа мот­лаҡ тест үткәреү тураһындағы положениены конституцион реформаға ҡағылышлы тауыш биреү буйынса тәҡдимдәр иҫә­бенән алып ташланы. Доку­менттың яңы версияһына ярашлы, был мәсьәләне төбәктәр үҙаллы хәл итәсәк. Хәҙер тесты эпидемиологик хәл-шарттарға ҡарап үткәрәсәктәр.

Тәҡдимдәрҙә шулай уҡ урамда участкалар асыу шарттары асыҡлана. Тәүге версияла тауыш биреүҙе асыҡ һауала ойоштороуға, верандалар, армия палаткалары, тенттар, яуым-төшөмдән һаҡланыу өсөн башҡа ҡулайламаларҙы файҙа­ланыуға өҫтөнлөк бирелә ине. Хәҙер иһә тауыш биреү бинаһы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән осраҡта ғына сараны асыҡ һауала үткәрергә тәҡдим ителә.

Тағы ла бер үҙгәреш: комиссия ағзаларына паспортты ике метрҙан түгел, ә уларға күре­нерлек алыҫлыҡтан тәҡдим итергә кәрәк.

Тауыш биреүҙә ҡатна­шыу­сыларҙың барыһын да шәхси хәүефһеҙлек сараларын ҡул­ланырға, социаль арауыҡты һаҡларға саҡырам. Граждандар тауыш биреүҙең төрлө алымдарын файҙаланһын ине, шул саҡта 1 июлдә участкаларҙа сират булмаясаҡ, коронавирус таралыу хәүефе лә кәмейәсәк.

Санитария талаптарын теүәл үтәһәк, 1 июлдә тауыш биреү участкалары иң хәүефһеҙ урын буласаҡ. Шуға күрә тауыш биргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү сараларын граждандар иғтибарына еткереү мөһим.

– Тауыш биреүҙә ҡатна­шырға теләгән кешенең тем­ператураһы күтәрелһә, нимә эшләргә? Һайлау участкаһына барырғамы, юҡмы?
– Граждандарҙы ысынбар­лыҡ­ҡа яҡыныраҡ булырға саҡырам. Үҙегеҙҙе насар той­һағыҙ, өйҙә ҡалығыҙ. Һайлау комиссияһы ағзаларын һәм табипты саҡырығыҙ. Бәйләнешһеҙ тауыш биреү технологияһы күптән ғәмәлгә индерелгән.

Атап әйткәндә, тауыш биргәндә граждан, санитария арауығын һаҡлап, шәхесен асыҡларлыҡ итеп паспортын күрһәтергә тейеш. Артабан участка һайлау комиссияһы ағзаһы уға арауыҡта өйҙә тауыш биреү комплектын тапшыра. Был комплектҡа бюллетень, битлек, бирсәткә, авторучка, өйҙә тауыш биреү тураһындағы ғариза бланкы инә. Тауыш биреү барышында комиссия ағзалары һәм күҙәтеүселәр санитария арауығын һаҡлай.

Тауыш биргәндән һуң граждан бюллетенде күсмә тауыш биреү йәшнигенә төшөрә, өйҙә тауыш биреү тураһындағы ғари­заға ҡул ҡуйып, уны махсус пакетҡа һала.

– 65 йәшлек һәм унан өлкә­нерәк кешеләрҙең тауыш биреүҙә ҡатнашыу мөмкин­легенә асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине...
– Республика Башлығының ошо йәш төркөмөнә ҡараған кешеләр өсөн ҡурсаланыу тәртибенең ғәмәлдә ҡалыуы тураһындағы Указы тормошҡа ашырыла. Шуға күрә был граждандар өйҙә тауыш бирһә, яҡшыраҡ. 1 июлдә, шулай уҡ 2020 йылдың 25 – 30 июнендә өйҙә тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн тейешле участка комиссияһына ғариза яҙырға йәки телдән хәбәр итергә кәрәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан кеше үҙе йәки уның туғаны, социаль хеҙмәт вәкиле участка комиссияһына шылтыратып, ғариза бирә ала.

– Хәтергә төшөрөп үтегеҙ әле, тауыш биреүҙең тағы ла ниндәй алымдары ҡулла­ныласаҡ?
– Дөйөм Рәсәй тауыш биреүе – ул стандарт булмаған һайлау. Ул айырым федераль закон менән көйләнә. Шуға күрә ғәҙәти процедураға үҙгәреш индереү, уны граждандар өсөн уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итеү мөмкинлеге бар. Әйте­үемсә, кешеләр ете көн дауамында – 25 июндән 1 июлгә тиклем үҙ фекерен белдерә ала.

Өйҙә тауыш биреүгә тағы ла бер тапҡыр иғтибарҙы йүнәл­тергә теләйем. Әлегә тиклем граждандарға сәләмәтлегенә ҡағылған айырым сәбәптәр арҡаһында ғына торлағынан сыҡмайынса тауыш бирергә рөхсәт ителә ине.

Тауыш биреү үткәрелгән көндәрҙә теркәлгән еренән ситтә булғандар “мобиль һайлаусы” алы­мын ҡуллана ала. Әйт­кәндәй, 2020 йылдың 17 июненә йәшәгән еренән ситтә тауыш биреү тураһында туғыҙ меңгә яҡын (8823) ғариза бирелгән.

– Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен үткәргәндә йәмәғәт күҙәтеүселәренең әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?
– Дөйөм Рәсәй тауыш биреүенең бөтә этаптарында йәмәғәт күҙәтеүе тауыш биреү йомғаҡтарына ышанысты тәьмин итеүҙең мөһим элементын тәшкил итә, тигән фекерҙәбеҙ. Ул участка һайлау комиссиялары ағзаларының барлыҡ талаптарҙы иғтибарлы үтәүенә, эштең, тауыш биреүҙең һәм тауыштарҙы һанауҙың асыҡтан-асыҡ ойошторолоуына ла йоғонто яһай.

Күҙәтеүселәрҙең бурысы – етешһеҙлектәр тураһында хәбәр итеү. Шуға күрә уларҙы уҡы­тыуға ҙур иғтибар биреү шарт. Күҙәтеүселәр үҙ яуаплылығы­ның ҡайҙа тамамланыуын, тауыш биреү барышында нимә­ләрҙе иҫәпкә алыу зарурлығын аныҡ белергә, уҙғарылған ғәмәлдәргә граждан­дарҙың ышанысын кәметеүгә юл ҡуймау маҡсатында эш итеүен аңларға тейеш.

– Дөйөм Рәсәй тауыш би­реүендә халыҡ-ара күҙәтеүсе­ләр буламы?
– Конституцияға төҙәтмәләр тураһындағы закон буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең эшләүе ҡаралмай.

– Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашыуға ниндәй талаптар бар?
– Тауыш биреү барышын, территориаль һәм участка комиссияларында, тауыш биреү биналарында уның йомғаҡта­рын яҡтыртыуҙы планлаштыр­ған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре аккредитация таныҡ­лығын алырға тейеш. Дөйөм Рәсәй киң мәғлүмәт саралары журналистары уны Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан, ә төбәктекеләр Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан ала. Рәсәй Үҙәк һайлау комис­сияһы биргән таныҡлыҡ бөтә ил буйынса, ә республика ко­миссияһынан алынғаны Баш­ҡорт­останда ғына ҡулланыла ала. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында ғаризалар 27 июнгә тиклем ҡабул ителә.

2020 йылдың 17 июненә 44 телерадиотапшырыуҙар ойош­ма­һынан һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларынан 186 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле аккредитация үткән.

– Дөйөм Рәсәй тауыш биреүе тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан табырға мөмкин?
– Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен ойоштороу һәм үткәреү буйынса ентекле мәғлүмәт Рәсәй һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссиялары сайтында урын­лаштырылған. Бынан тыш, конституция2020.рф тигән махсус сайт бар. 8 800 20 000 20 телефоны аша Рәсәй Үҙәк һайлау Комиссияһының Мәғлүмәт-белешмә үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Телефондары: 280-95-06; 280-96-34. Өфөнөң коды: (347).
Автор: Л. Дәүләтбәкова әҙерләне
Читайте нас: