Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
27 Июнь 2020, 22:12

Алдан тауыш биреүселәр күп

Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә хәтлем асыҡ.

Рәсәйҙә ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү башланды. Кисә сәғәт киске ете тулып уҙһа ла, Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында урынлашҡан 114-се һайлау участкаһында халыҡ күренә ине.
Тауыш биреүселәр битлек, бирсәткә һәм авторучка менән тәьмин ителә.
Мәҫәлән, Байбулат Ирғәлиевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, 1 июль иртә менән эшкә барасаҡ, шуға күрә бер нисә көн алдан тауыш биргән, гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һайлау участкаһы Чернышевский урамы, 141 адресы буйынса урынлашҡан, ә йәшәгән йорто – Минһажев урамында, йыраҡ йөрөйһө түгел. Ул башҡорт телендә бюллетень һорап алған һәм фекерен белдергән.
114-се участка һайлау комиссияһы ағзаһы Ольга Нурғәлиева белдереүенсә, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса ваҡытынан алдан тауыш биреүселәр башлыса – урта йәштәгеләр. Аңлатыуҙарынса, тап 1 июлдә улар йә эштә була, йә сәфәргә сығасаҡ. Ғөмүмән, һайлау участкаларында тәртип-таҙалыҡ, аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылмай, улар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә хәтлем асыҡ.
Фото: lentachel.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: