1 июлдә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында, һайлау участкаларында йәки улар янында социаль йәрминкәләр ойошторола, уларҙа аҙыҡ-түлекте ҡулай хаҡҡа һатып алырға мөмкин.
Йәрминкәләр, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, көн дауамында эшләй.
Һайлаусыларға Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә. Улар араһында – йомортҡа, ярма, макарон, икмәк һәм икмәк-күмәс изделиелары, үҫемлек майы, шәкәр, йәшелсә, емеш-еләк, эсемлектәр.
Социаль йәрминкәләр уҙғарыу республика халҡын ҡулай хаҡҡа сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итергә, шулай уҡ урындағы етештереүселәргә ярҙам итергә мөмкинлек бирә.
Бынан тыш, 1 июлдә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, уның барышында һайлаусыларға ташлама алырға мөмкинлек биргән беләҙек/купон тапшырыла. Атап әйткәндә, ҡайһы бер бөҙрәханалар, автосервистар, химик таҙартыу һәм ателье хеҙмәттәренә ташлама — 10-20 процент; аҙыҡ-түлеккә (алкоголь һәм тәмәкенән тыш) — 3-10 процент; дөйөм туҡланыу учреждениеларында һатып алыуға — 10 процент.