Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү 1 июлдә уҙасаҡ, әммә был бурысты ваҡытынан алда ла үтәргә мөмкин. Ошо йәһәттән төрлө уңайлы шарттар булдырылған.
Бындай мөмкинлек менән Мәскәүҙә һәм Түбәнге Новгородта файҙаланырға мөмкин; Электрон тауыш биреү реестрына индереүгә ғаризаны Дәүләт хеҙмәт порталы (Госуслуги) аша 5 июндән 21 июнгә 14:00 сәғәткә тиклем ебәрергә була; Әгәр электрон тауыш биреү ҡатнашыусыһы статусын раҫлаһалар, ул саҡта 25-нән 30 июнгә тиклем тауыш бирә алаһығыҙ; Тауыш биреү ваҡытындағы теләгән көнгә Дәүләт хеҙмәте порталы йәки mos.ru ярҙамында теркәлергә мөмкин. Һуңынан тауыш биреү битенә күсеп, авторизацияланған СМС-хәбәр аласаҡһығыҙ. Учаскаларҙа алдан тауыш биреү
Участкаларҙа 25-нән 30 июнгә тиклем бара; Был көндәрҙә участка комиссияһының эш графигын белегеҙ. Был көндәрҙә, 25–30 июндә, үҙегеҙ һайлаған участкаға паспортығыҙ менән килеп, бюллетень алып, тауыш бирә алаһығыҙ.
25 июндән 1 июлгә тиклем өйҙән тауыш биреү мөмкинлеге лә бар: Яҙылыр өсөн үҙегеҙҙең участка һайлау комиссияһына 16 июндән 1 июлдең 17:00 сәғәтенә тиклем мөрәжәғәт итә һәм үҙегеҙгә тауыш биреүҙең уңайлы ваҡытын һайлай алаһығыҙ; Дәүләт порталы аша 5 июндән 21 июндең 14:00 сәғәтенә тиклем ғариза бирергә мөмкин; Тауыш биргән көндә участка комиссияһы ағзалары бюллетень һәм тауыш биреү өсөн күсмә ҡумта менән өйөгөҙгә киләсәк. Тауыш биреү бәйләнешкә инмәйенсә үтәсәк. Тауыш биреү көнөндә участкала тауыш биреү
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының сайтына ҡуйылған һайлау комиссияһының интерактив картаһында үҙегеҙҙең тауыш биреү участкағыҙҙың адресын таба алаһығыҙ; Тауыш биреү участкалары 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Унда мотлаҡ паспорт менән килергә кәрәк; Һеҙҙе шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итәсәктәр; “Мобиль һайлаусы” ярҙамында үҙегеҙгә уңайлы булған участкаға яҙыла алаһығыҙ. Уны күрһәтеп, шунда тауыш биреү теләге тураһында ғариза бирегеҙ.