Ошо йәһәттән Башҡорт дәүләт университеты доценты, сәйәси фәндәр кандидаты Сергей ГОРБАЧЕВ түбәндәге фекере менән уртаҡлашты:
Минең уйлауымса, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөндә барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күреләсәк – һайлау участкаларына ингән саҡта һәр кемгә бирсәткә, маска, ручка таратыласаҡ. Бындай шарттарҙа тауыш биреүҙең ыңғай миҫалы бар. Мәҫәлән, яңыраҡ Көньяк Кореяла һайлау үтте һәм унда бөтә һаҡланыу саралары күрелде, шуға ла инфекция таралыуына юл ҡуйылманы. Беҙҙең илдә лә ошондай уҡ саралар күреләсәк. Был тауыш биреүҙә ҡатнашыу бик мөһим, сөнки граждандарҙың әүҙемлеге илебеҙ өсөн мөһим Документты ҡабул итеүгә йоғонто яһаясаҡ. Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙән социаль һәм пенсияны индексациялауҙағы гарантиялар, ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау кеүек үҙгәрештәргә халыҡты битараф ҡалмаҫ, үҙ һүҙен әйтер, тип ышанам.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.