Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Июнь 2020, 23:05

Хәлдәр тотороҡлана

Коронавирус инфекцияһына бәйле сикләүҙәр йомшартыла.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә асыҡланыуынса, республикала коронавирусҡа бәйле хәл бер ни тиклем тотороҡланған һәм бығаса юғары булған һандар кәмей башлаған.

Бирсәткәне сисәбеҙ

Көн һайын коронавирус йоҡторған кешеләр һаны яйлап кәмей. Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров бел­дереүенсә, был еңел һулап, ҡулды һелтәргә тигәнде аңлатмай. Артабан да ошо йәһәттән көсөргәнешле эш дауам итәсәк. Шулай ҙа бер ни тиклем юғары әҙерлек режимын йомшартыу өсөн нигеҙ бар.

Шулай итеп, йәйге эҫе көндәрҙә мотлаҡ бирсәткә кейеү талабы юҡҡа сығарылды.
– Көндәр эҫе тора, ҡул тирләй. Бирсәткә кейеүе уңайһыҙ икәнлеген аңлайбыҙ. Яйлап ҡына был талапты ғәмәлдән сығарайыҡ. Ҡайғырырға кәрәкмәй, хәҙер бөтә ерҙә лә дезинфекция үткәрелеп тора. Ә битлектәр кейеү әлегә мотлаҡ талап булып ҡала, – тине Башҡортостан етәксеһе.

Бына тыш, кисә республикала пляждар асылды.
– Махсус әҙерләнгән пляждар бөгөндән асылырға тейеш. Улар күп түгел, Өфөлә ни бары туғыҙ. Тик йыһазландырылғандарын ғына асабыҙ. Мин ялдарҙа ныҡ борсолдом, сөнки һыуҙа кешеләр, балалар бата. Район хакимиәттәре башлыҡтары, быға ныҡлы иғтибар итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

29 июндән Башҡортостанда шифаханалар, ял йорттары һәм спорт секцияларына эшләй башларға рөхсәт ителәсәк. Бынан тыш, 1 июлдән ҡала янындағы мәктәп лагерҙары, 3 июлдән мәктәп янындағы лагерҙар эшләй башлаясаҡ.

Талаптар араһында бөтә лагерҙар хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ тикшереү бар, барлығы ун меңдән ашыу тест эшләнәсәк.
Башҡа спорт объекттарына килгәндә, улар 9 июлдән асыласаҡ. Бында ла барлыҡ талаптарҙың үтәлеше мотлаҡ.

Фитнес-клубтар етәкселеге лә күп тапҡыр эшләргә рөхсәт һорай ине. Республика етәкселеге уларҙы ла ишетте һәм 22 июндән бындай учреждениелар асыла башлаясаҡ. Был аҙна дауамында клубтар етәкселеге талап­тарға ярашлы биналарҙы әҙерләргә тейеш.

Ғөмүмән, Башҡортостан табиптары коронавирус менән көрәштә ярайһы уҡ тәжрибә тупланы. Дөйөм көс менән беҙ был ҡурҡыныс инфекцияны еңеп киләбеҙ. Хәҙер сит өлкәләр беҙҙән ярҙам һорай. Радий Хәбиров Ҡарасәй-Черкес Республикаһына табиптар бригадаһын ебәреү тураһында бел­дерҙе.

Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны арта

Хөкүмәттә үткән һәр оператив кәңәшмәлә эшһеҙҙәр проблемаһы тикшерелә. Был мәсьәлә даими контролдә.
Көндәлек мониторинглау мәғлү­мәттәре буйынса, 14 июнгә ҡарата Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеп, унда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 2020 йылдың 1 ғинуарынан алып 4,2 тапҡырға артҡан һәм бөгөн 76 мең кеше тәшкил итә. Уларҙың 70 мең самаһы эшһеҙлек буйынса пособие ала.

– Эшһеҙлек буйынса иң ҙур кимәл Ағиҙел, Межгорье, Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Шишмә, Кушнаренко, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Иглин райондарында күҙәтелә. Кешеләр мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә, сөнки пособие күләме ҙур һәм дәүләт ярҙамы һиҙелерлек була башланы, – тине Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова.

Бынан тыш, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшләмәй торған йәки тулы булмаған көн эшләгән хеҙмәт­кәрҙәр һаны кәмегән. Улар 120 меңдән ашыу кеше тәшкил итә.

– Бөгөн өйҙән 81,5 мең кеше эшләй, 23 мең кеше ваҡытлыса эшләмәй тора, тулы булмаған эш көнө режимына 16 мең кеше күскән. Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығына мәшғүллеккә ярҙам итеү өсөн ғариза ебәрҙек һәм яҡын арала ҡарар ҡабул ителер тип ышанабыҙ. Дөйөм алғанда хәл контролдә, – тине ул.

Ауылдарыбыҙ тағы ла матурыраҡ булыр

Алдағы өс йыл эсендә ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 5,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Уларҙың өс миллиард һумы – федераль бюджеттан, 1,7 миллиард һумы – республика бюджетынан, 174 миллион һумы – урындағы бюджеттарҙан һәм 666 миллион һумы бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан алынасаҡ. Был туралағы мәғлүмәттәрҙе вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрах­манов еткерҙе.

Ошо йәһәттән федераль аҡсаны йәлеп итеү күләме буйынса Башҡорт­остан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы өсәү иҫәбенә инә. Республика өлөшө 5,2 процент тәшкил итә (57,4 миллиард һумдың). Ағымдағы йылда муниципаль райондарға субсидиялар күләме 1 миллиард 600 миллион һум күләмендә ҡаралған.

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” яңы дәүләт программаһын финанслауға 2020 – 2022 йылдарҙа федераль бюджеттан 432,9 миллиард һум бүленергә тейеш булған, ғәмәлдә 57,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк (автомобиль юлдарын иҫәпләмәй). Был программа илдә 2020 йылдан эшләй башланы. Унда ҡатнашыу өсөн республика кимәлендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде – торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ауылдарға автомобиль юлдары һалыу, ауыл кешеләре мәшғүллегенә ярҙам итеү, социаль әһәмиәтле биналар һәм ҡоролмалар төҙөү.

Улар сиктәрендә меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия аласаҡ. Шулай уҡ граждандар ауыл ипотекаһы программаһы буйынса йылына 2,7 процент тәшкил иткән ташламалы кредит юллау мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, муниципалитеттарҙа 11 ауылға килә торған юл һалынасаҡ, газ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөләсәк, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, ФАП-тар, ҡаты сүп-сар өсөн полигондар булды­рыласаҡ.

Әлегә федераль бюджеттың 2021–2022 йылдарға иҫәпләнгән “Ауыл билә­мәләренең заманса йөҙө” йүнәлеше буйынса программа аҡсаһы бүленмәгән, уның күләме – 16,8 миллиард һум.

Радий Хәбиров республиканың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл инфраструктураһын яҡшыртыу йәһә­тенән башҡарылған эштәре өсөн рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе фе­керенсә, ведомствоға тағы ла әүҙемерәк эшләргә һәм бүленмәй ҡалған 17 миллиард һумдан да өҫтәмә өлөш алыу өсөн тырышырға кәрәк.

Күңелһеҙ яңылыҡтар ҙа бар

Аҙна һайын Башҡортостанда ғәҙәт­тән тыш хәлдәрҙә байтаҡ кеше һәләк булып тора. Ҡышҡы осорҙа был авариялар һәм янғындар булһа, йәй көнө һыуға батыу менән бейеклектән ҡолау өҫтәлә. Кәңәшмә ваҡытында һуңғы аҙналағы һандар яңғыраны. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, улар бигерәк күңелһеҙ.

Шулай итеп, үткән аҙнала Башҡорт­остан юлдарында 79 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа 103 кеше йәрәхәтләнгән, туғыҙ кеше һәләк булған. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда бер ни тиклем кәмеү күҙәтелһә лә, һандар барыбер юғары.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар буйынса һөйләне. Уҙған аҙнала 288 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған. Бында ла күрһәткестәрҙең кәмеүенә өлгәшел­гән. Үлем осраҡтары 20 процентҡа әҙерәк. Өс урман янғыны теркәлгән.

Һыуға батыу буйынса һандар үтә насар. Бер аҙна эсендә ун кеше батып үлгән, шул иҫәптән дүрт йәшлек бала. 12 июндә бер көндә һыуҙан биш кәүҙә сығарылған.

Уҙған аҙнала ун кеше бейеклектән ҡолаған, икәүһе һәләк булған, дүрт кеше дауаханала.
Оператив кәңәшмәлә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау мәсьәләһе лә тикшерелде. Милли проекттарға килгәндә, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тармаҡ темаһы буйынса аныҡ мәғлүмәттәр еткерҙе.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА
Читайте нас: