1 июль – Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Мөһим сәйәси сара айҡанлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр фекерҙәре менән уртаҡлашыуын дауам итә.
“Беҙ бөгөн йәшәйештең изгеләрҙән-изге ҡиммәттәре – ғаилә, никах институты – һынауға дусар ителгән дыуамал ваҡытта йәшәйбеҙ. Ғаилә берлеген ойоштороуҙың төрлө “заманса” сәйер варианттары килеп сыҡты – бер енесле никахтар, беренсе һәм икенсе ата-әсә... Был ят мәҙәниәт өлгөләре бөгөн халыҡҡа маҡсатлы күрһәтелә, шул иҫәптән беҙҙең йәш быуынға. Унан да бигерәк илебеҙҙе кеше азатлығын сикләүҙә, гендерлыҡ хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләп маташалар. Ватан социомәҙәниәтендә һәм дини йолаларҙа ғаилә никах, лайыҡлы алмаш тәрбиәләү, өлкән быуынға ихтирамлы, хәстәрлекле мөнәсәбәт өсөн яуаплы ир менән ҡатындың изге берлеге булып тора. Һәм был йәһәттән башҡа бер ниндәй ҙә үҙгәреш булырға тейеш түгел! Ошо ҡараш ил Конституцияһында нығытыла”, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев фекеренсә, ҡурсаланыу ваҡытында кешеләргә уйланыу мөмкинлеге булды: “Ике ай эсендә кешеләр яҡшы медицинаһы һәм үҫешкән ирекмәндәр хәрәкәте булған көслө ил кәрәклеген аңлағандыр, минең уйымса, был төп фекер буласаҡ. Был көндө нимә өсөн тауыш бирергә икәнен һәр кем яҡшы белер”.
“Коронавирусҡа бәйле ошондай хәл килеп тыумағанда, алдан ҡаралғанса, 22 апрелдә үк Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү үткәрелгән булыр ине. Был осорҙа беҙ эште туҡтатманыҡ, ул онлайн рәүештә алып барылды. Төҙәтмәләр буйынса йәмәғәт күҙәтеүселәре менән эшләү тураһында Йәмәғәт советына һәм палатаһына даими мәғлүмәт биреп торҙоҡ”, – тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, Өфө ҡалаһын үҫтереү йәмәғәт фондының башҡарма директоры Ольга Панчихина.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Лида Иҫәргәкова иһә: “Әгәр бала ата-әсәһенең тауыш биреү кеүек сараларҙағы гражданлыҡ әүҙемлеген күреп үҫһә, ул да оло тормошта үҙен шулай тотасаҡ. Ә тарих һәм йәмғиәт белеме дәрестәрендә алған белеме фекерен нығытасаҡ ҡына. Ғаиләһе, иле өсөн яуаплы булғандар был көндә тауыш биреүгә мотлаҡ барасаҡ. Әлеге ябай булмаған социаль-иҡтисади шарттарҙа Конституцияла билдәләнәсәк гарантиялар ил граждандарында киләсәккә ышаныс тыуҙыра”, – тип иҫәпләй.
Ә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов: “Рәсәй закондары үҙебеҙҙә өҫтөнлөк итергә тейеш, тип әйтелә төҙәтмәлә. Уйлап ҡараһаң, илдә Евросоюз, ЮНЕСКО һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙың беҙҙең закондарҙан өҫтөн булыуы – башҡа һыйғыһыҙ хәл. Бына Конституцияға индерелгән төҙәтмә ошо етешһеҙлеккә сик ҡуясаҡ.
Шулай уҡ яңы үҙгәрештәргә ярашлы, башҡа дәүләттәр гражданлығы булған кешеләр дәүләт власы органдарында эшләй, депутат итеп һайлана алмаясаҡ. Минеңсә, был бик дөрөҫ. Сит ил гражданлығы булған кеше нисек инде Рәсәй мәнфәғәтен яҡлай алһын?! Тел мәсьәләһенә килгәндә, илдә йәшәгән халыҡтар үҙ телендә уҡырға, һөйләшергә тейеш, әммә уртаҡ бер аралашыу теле булырға тейеш, шуға ла рус телен дәүләт теле итеп нығытыуҙың ҡурҡынысы юҡ. Мин Конституцияға тағы ла хеҙмәт тәрбиәһе тураһындағы өҫтәмәне лә индерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Бөгөн уҡыусы балаларҙы эшкә ҡушыу тыйыла, ә тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, Кеше шул рәүешле эшкә өйрәнә”, – тип һанай.