Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
8 Июнь 2020, 15:47

"Аңлайышлы, асыҡ һәм хәүефһеҙ үтеүен теләйбеҙ"

Был көндә ял итәсәкбеҙ, хеҙмәт хаҡы ла һаҡланасаҡ.

Мәғлүм булыуынса, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү 1 июлдә үтәсәк, һәм был көндә ял итәсәкбеҙ, хеҙмәт хаҡы ла һаҡланасаҡ.
"Коронавирусҡа бәйле ошондай хәл килеп тыумағанда, алдан ҡаралғанса, 22 апрелдә үк Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү үткәрелгән булыр ине. Был осорҙа беҙ эште туҡтатманыҡ, онлайн рәүештә булһа ла алып барылды. Төҙәтмәләр буйынса йәмәғәт күҙәтеүселәре менән эшләү тураһында Йәмәғәт советына һәм палатаһына даими мәғлүмәт биреп торҙоҡ. Ниһайәт, указға ҡул ҡуйылды, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 1 июлдә уҙасаҡ", – тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, Өфө ҡалаһын үҫтереү йәмәғәт фондының башҡарма директоры Ольга Панчихина.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороу буйынса берекмәләр менән әүҙем эшләй, ул Дөйөм Рәсәй тауыш биреүгә күҙәтеүселәрҙе ебәреү вәкәләттәренә лә эйә.
“Беҙ тауыш биреүҙең бөтәһе өсөн дә аңлайышлы, асыҡ һәм хәүефһеҙ үтеүен теләйбеҙ”, – ти Ольга Панчихина.
Хәүефһеҙлек сараларына килгәндә, тауыш биреүселәрҙе бер тапҡыр ҡулланыу өсөн битлек, бирсәткә һәм ручка менән мотлаҡ тәьмин итеү мәсьәләһе әле федераль кимәлдә хәл ителә.
Фото: bashinform.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: