Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
2 Июнь 2020, 11:17

Тауыш биреү көнө билдәле

*

Ил Президенты Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге һәм Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимдәрен әҙерләү буйынса эш төркөмө ағзалары менән осрашыу барышында илдең төп документына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөн әйтте.
Мәғлүм булыуынса, сара 22 апрелдә уҙғарылырға тейеш ине, әммә, илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, уның ваҡыты алға күсерелде.
“Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү ваҡытын төп өҫтөнлөккә – граждандарыбыҙҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлауға бәйле күсерҙек. Ошонан да мөһим нәмә юҡ”, – тип белдерҙе Владимир Путин.
Президент ултырыш ваҡытында тауыш биреүҙе Бөйөк Еңеү парады менән бер көндә уҙғарыу тәҡдиме лә булғаны тураһында һөйләне. "Еңеү парадын бер нәмә менән дә бутамаясаҡбыҙ”, – тип белдерҙе Владимир Путин.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова тауыш биреү көнөнөң 1 июлгә тәғәйенләнеүе иң уңышлы тәҡдим булыуын билдәләне. Ул “Роспотребнадзор” тарафынан санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү буйынса бөтә шарттар тыуҙырыласағы хаҡында ла әйтте. Хәүефһеҙлекте күҙәтеп, кешеләр сиратта тормаһын өсөн, тауыш биреүҙе ете көн буйына уҙғарыу тәҡдиме лә булды. Тик был йәмәғәт күҙәтеүе аҫтында барасаҡ, тип белдерҙе Элла Памфилова.
Кәңәшмә һуңында Владимир Путин Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөн 1 июлдә үткәреү ҡарарын әйтте. Ул ял көнө итеп иғлан ителәсәк.
Ил Президенты тауыш биреүҙең кеше һаулығы, ғүмере тураһында хәстәрлек күреп ойошторолорға тейешлеген билдәләне.
"Төп закондың параметрын билдәләгәндә, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә Рәсәй граждандары әүҙем ҡатнашыр тип ышанам", – тине Владимир Путин.
Фото: gazeta.a42.ru.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: