Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Май 2020, 20:58

Рәсәй Президенты Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһен миҙал менән бүләкләне

*

Рәсәй Президенты Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенә дәүләт наградаһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Александр Сидякин II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды. Рәсми документта награда ҡыҫҡаса аңлатыла: хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы эш өсөн.
Бүләкләү тураһындағы указда «Бәләбәй» заводының сеймал һатып алыу буйынса директоры Ольга Линкевичтың да исеме бар. Ул аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре исемен алды.
Читайте нас: