Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
19 Май 2020, 22:39

Ил Президенты кәңәшмә үткәрҙе

Владимир Путин коронавирус сире таралыуы шарттарында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәнен билдәләне

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам күрһәтеү буйынса әлегә тиклем күрелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Президент коронавирус сире таралыуы шарттарында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен, медицина белгестәренә һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә, балалы ғаиләләргә, предприятиеларға, бизнесҡа ярҙам итеүгә федераль ҡаҙнанан бик күп аҡса бүленеүен телгә алды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар власть органдары эшенең һөҙөмтәлелеген тикшерҙе, кешеләргә һәм аныҡ ойошмаларға ярҙамдың йылдам барып етеү-етмәүе хаҡында фекер алышты.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: