Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Март 2020, 00:10

ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ РӘСӘЙҘӘН ТЫШ, 3 МЛРД САМАҺЫ КЕШЕ ЙӘШӘГӘН ИЛЛЕ ДӘҮЛӘТТӘ УҘАСАҠ

Заман башҡа – заң башҡа, хәҙерге халыҡ иҫәбен алыуҙарҙың үҙенсәлеге – сараның һанлы форматҡа күсә барыуында //

Быларҙың барыһы ла Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы халҡы иҫәбен алыу бөтә донъя программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында эшләнә. Әйткәндәй, был эш кәмендә ун йылға бер тапҡыр башҡарылырға тейеш.
Заман башҡа – заң башҡа, хәҙерге халыҡ иҫәбен алыуҙарҙың үҙенсәлеге – сараның һанлы форматҡа күсә барыуында. Ҡағыҙ бланктар урынына электрон планшеттар йәки махсус смартфон ҡушымталары ярҙамға килә. Мәҫәлән, Бойондо­роҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе биләмәһендә электрон иҫәп алыуҙы беренсе булып былтыр Беларусия үткәрҙе, быйыл был эшкә Рәсәй, Әрмәнстан, Ҡаҙағс­тан, шулай уҡ Украина ҡушыласаҡ тип көтөлә.
Бөтә Рәсәй иҫәп алыу сараһы Чукотка һәм Ямал-Ненец автономлы округтарында апрель айҙарында уҡ башланасаҡ, бөтә илдә иһә 1-21 октябрҙә уҙасаҡ. Беҙҙең районда иҫәп алыусы һәм контолер булараҡ был эштә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Теләге булғандар дәүләт статистикаһының Мораҡ ауылындағы подразделениеһына мөрәжәғәт итә ала.
Фото: parmanews.ru

Гульназ Саитбатталова

Читайте нас: