Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
3 Апрель 2021, 22:16

Аҡъяр тау колледжы һәм сәнәғәт предприятиеһы хеҙмәттәшлеге

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте етәкселеге студенттарға комбинат цехтарында производство практикаһын үтеүҙе ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Иң яҡшы уҡыған туғыҙ студентҡа түләүле эш урындары бирелеп, производство практикаһын үтәү мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ уларға сәнәғәт предприятиеһының уҡыу-курс үҙәгендә имтихандарҙы яҡшы тапшырған осраҡта эшсе һөнәре буйынса танытмалар бирелә. //

Хәҙер “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу” һөнәре буйынса 3-сө курс студенттары комбинат цехтарында производство практикаһы үтә ала.
Иң яҡшы уҡыған туғыҙ студентҡа түләүле эш урындары бирелеп, производство практикаһын үтәү мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ уларға сәнәғәт предприятиеһының уҡыу-курс үҙәгендә имтихандарҙы яҡшы тапшырған осраҡта эшсе һөнәре буйынса танытмалар бирелә.
Читайте нас: