Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
10 Декабрь 2020, 02:53

93 предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына Башҡортостандан 93 предприятие ҡушылды. Был 2020 йылға федераль үҙәк тарафынан билдәләнгән күрһәткескә ҡарата 121 процент тәшкил итә. Декабрҙә республика Хөкүмәте йәнә өс компания – “Корунд”, “Эш кейемдәре комбинаты”, “Висма” йәмғиәттәре менән килешеү төҙөнө.
Милли проект нигеҙендә предприятиеларҙың 1388 хеҙмәткәре (планға ҡарата 168%) һаҡсыл етештереү, маҡсаттарҙы декомпозициялау, етештереү ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу йәһәтенән белемен камиллаштырған. Быйыл милли проектта ҡатнашҡандарға яңы ярҙам сараһы ғәмәлгә индерелде – ойошмалар табышына һалым буйынса инвестиция һалым ҡайтармаһы бирелә. Хәҙер компаниялар табышҡа һалым күләмен инвестицияны тормошҡа ашырыуға сығымдың 50 процентына кәметә ала.
Мәғлүм булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указы менән раҫланды һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: