Хәйбулла хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
30 Июнь 2020, 11:29
ZASPORT яңы фабрика төҙөмәксе
*
Рәсәйҙең ZASPORT спорт һәм көндәлек кейем бренды Башҡортостанда күптән түгел төҙөлгән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттарының береһе буласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров бренд вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Дизайнсы Анастасия Задорина тарафынан 2012 йылда асылған ZASPORT компанияһы Рәсәй Олимпия командаһының рәсми экипировкалаусыһы булып тора. Быйыл ғинуарҙа үткән “ЛегПром-2020” еңел сәнәғәт форумында республикала брендтың тегеү фабрикаһын төҙөү тураһында килешеүгә өлгәшелгәйне. Был Рәсәй биләмәһендә компания продукцияһы етештереүҙе туплау мөмкинлеген бирәсәк.
Проекттың генераль менеджеры Николай Ступаков әйтеүенсә, “Аркада” сәнәғәт берекмәһе менән Эш кейемдәре комбинаты компанияның партнерҙары буласаҡ. Анастасия Задорина иһә, Башҡортостанда алдынғы еңел сәнәғәт үҙәге барлыҡҡа килер, тигән ышаныс белдерҙе. Уның билдәләүенсә, бынан тыш, ZASPORT һөнәри йүнәлеш биргән төрлө белем биреү программаларын да тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Фабрика төҙөлөшө өсөн Ишембайҙағы махсус иҡтисади зона биләмәһенән 4,8 гектар ер бүлергә тәҡдим ителә. Компанияға, ошо зонаның резиденты булараҡ, ташламалар һәм өҫтөнлөктәр биреләсәк. 2021 йылға объектты планлаштырыуҙы тамамлап, төҙөлөш майҙансығына сығыу күҙаллана. Проекттың тәүге этабын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 200-гә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Радий Хәбиров фабрика төҙөлөшөндә республикала етештерелгән материалдарҙы ҡулланырға, Өфө районында йоғошло ауырыуҙар үҙәген һалғандағы үҙенсәлекле тәжрибәгә таянырға тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/ZASPORT-ya-i-fabrika-t--m-kse-344320/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?