Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
9 Июнь 2020, 09:44

Хәйбуллалар “Баҫыу көнө”нә әҙерләнә

Урал аръяғының ауыл хужалығы эшсәндәре август башында Хәйбулла районының Һамар ауылындағы Әмир Шәйәхмәтовтың крәҫтән-фермер хужалығында тәжрибә уртаҡлашырға йыйыласаҡ.

Бөтөн яҡлап та алдынғы һаналған был хужалыҡ орлоҡсолоҡ менән етди шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта бында ужым культураларын 1800 гектарҙа сәскәндәр. 50 гектарлыҡ баҫыу иһә тәжрибә майҙансыҡтарына бүленгән.
Тәжрибә майҙансығында 60 төр иген культуралары сәселгән, шул иҫәптән иген, арыш һәм арпа сәселде. Бөтәһе был баҫыуҙа 150 төрлө культура урын алды. Бында бөртөклө культураларҙы ла, картуф, көнбағыш, техник культуралар, ашлыҡ өсөн сәселгәндәре лә бар. Бынан тыш, 90 сорт иген культуралары конкурс шарттарында һынау үтәсәк. Конкурста ҡаты һәм йомшаҡ иген культуралары ҡатнаша. Беҙҙең хужалыҡта өсөнсө йыл рәттән бойҙайҙың ҡаты төрөн орлоҡҡа үҫтереү буйынса эш алып барыла. Быйыл яңы төр бойҙай – “Твердыня” тип аталған сортты үрсетеүгә тотондоҡ. Яңы сорттарҙы һынау буйынса ентекле эш алып барабыҙ. Беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған сортты эҙләүҙе дауам итәбеҙ. Бер нисә йылдан был эште атҡарып сығырбыҙ тип ышанам. Был йәһәттән Ырымбур ғилми-тикшеренеү институты ярҙамға килә. Башҡа ғилми ойошмалар менән дә эшләйбеҙ. Туранан-тура селекционерҙар менән дә эш алып барабыҙ, - тип һөйләй Әмир Шәйәхмәтов.
Тәжрибә баҫыуында фәнни оҙатыу Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы тарафынан Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалына йөкмәтелгән.
Былтыр Күгәрсен районында тәүге тәжрибә булараҡ йәшелсәләр ҙә ултыртҡайныҡ. Быйыл да йәшелсәне күберәк ултыртырға булдыҡ. Орлоҡтарҙың барыһын да Дәүләт орлоҡсолоҡ комиссияһы бирҙе. “Россельхозцентр”ҙың вирусһыҙ картуфының дүрт сорты – Импала, Ароза, Ред Скарлет, Амур, Башҡорт ауыл хужалығы универстеты тарафынан сығарылған картуф орлоҡтары сәселде. Сөгөлдөр, ҡабаҡ, ҡыяр һәм башҡаһы ла урын алды. Культураларҙың яртыһы һыу ҡойоу шарты менән үҫтерелһә, яртыһы ямғыр һыуы менән генә үҫәсәк. Бынан тыш, ҡайһы бер тәжрибә майҙансыҡтарында инсектицидтар, фунгицидтар менән тәжрибәләр үткәреләсәк. “Россельхозцентр” биологик яҡтан хәүефһеҙ һаналған гуматтар менән эш итәсәк, - тип һөйләне Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы етәксеһе урынбаҫары Лилиә Баҡыева.
Тәжрибә баҫыуында сәсеү эштәре тамам. Әле белгестәрҙе яңы һынауҙар көтә: сүп үләне менән көрәш,ҡоротҡостарҙың үрсеүе, һауа торошоноң көйһөҙләнеүе.
Автор: Лилия Нуретдинова.
Читайте нас: