Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
3 Июнь 2020, 23:40

Республика башлығы бөгөнгө «Сәнәғәт сәғәте»н Туймазыла уҙғарҙы

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы районына һәм ҡалаһына килде.

Бөгөн, 3 июндә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы районына һәм ҡалаһына килде.
«Нефтемашавтоматика» компанияһы нефть-газ ҡорамалын проектлауға, әҙерләүгә һәм сервис хеҙмәтләндереүенә махсуслаша. 2010 йылдан предприятие планлы рәүештә үҫешә, етештереү ҡеүәтен арттыра, яңы эш урындары булдыра. Хәҙер бында 96 кеше эшләй, улар өсөн бөтә шарттар, хатта тренажёр залы бар.
Предприятиеның генераль директоры Станислав Ғәйнетдинов һөйләүенсә, «Нефтемашавтоматика» нефть-газ компаниялары тендерҙарында әүҙем ҡатнаша, ә предприятиеның продукцияһына тотош Рәсәйҙә һорау күп. Уның һүҙҙәренсә, коронавирус пандемияһы шарттарында төп проблемаларҙыъң береһе – әйләнеш аҡсаһының етмәүе. Республика башлығы бөгөнгө «Сәнәғәт сәғәте»ндә компанияға ярҙам варианттарын тикшерергә тәҡдим итте.
«Бында етештереүҙең тулы циклы булдырылған. Ошондай предприятиеларҙы күрһәң, күңел шатлана. Үҙебеҙҙең яҡтан, әлбиттә, уларҙың үҫешенә ярҙам итербеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: