Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
17 Апрель 2020, 01:17

Тәжрибәле шахтер

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте быйыл 90 йыллығын билдәләй //#АОБурибаевскийГОК #ОАОУГМК

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте быйыл 90 йыллығын билдәләй
90 йыллыҡ тарихы булған сәнәғәт предприятиеһының төп күрһәткестәренең береһе—уның тырыш хеҙмәткәрҙәре.
Шәкирйән Байғужин Октябрь ер аҫты руднигында тәжрибәле шахтерҙарҙың береһе. Ер аҫты руднигында 25 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Шәкирйән Фәйзрахман улы хеҙмәт юлында слесарь, проходкалаусы булып эшләй, әле ул иң яҡшы лебедка машинистарының береһе.
Октябрь ер аҫты руднигында эштең уңышлы барыуы бына ошондай тәжрибәле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған шахтерҙарға бәйләнгән.
Шәкирйән Фәйзрахман улы күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Читайте нас: