Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
26 Март 2020, 01:04

Һыу буйында балыҡсы: хәҙер сиртә, хәҙер ҡаба!

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында балыҡсылар конкурсы ойошторолдо //

“Башҡорт баҡыры” хеҙмәткәрҙәре эшләй ҙә, күңелле итеп ял итә лә белә. Билдәләнгән көндә ярыш судьяһы Рәйес Дистановтың теләктәренән еңеүгә сәмләнеп, утыҙлаған балыҡсы боҙға сыҡты.
“Иң етеҙ боҙ тишеүсе” тип аталған беренсе бәйге ике номинацияла үтте. Боҙ әлегә бик ҡалын, 130 һәм 100 мм диаметрлы боҙ тишкестәр менән эшләүе лә анһат түгел. Көйәрмәндәрҙең дәртләндергес тауышы аҫтында Камил Ғәбитов (АТЦ) һынауҙы беренсе булып үтте. Ә еңелерәк боҙ тишкестәр менән эшләүселәр араһында Радик Ҡотоев (АТЦ) иң етеҙе булды.
Балыҡсылар эшкә кереште. Иң тәүге балыҡты боҙ өҫтөнә Шамил Хәмәтшин сығарҙы (ГВУ). Был табыш Шамилға “Иң етеҙ балыҡсы” номинацияһында еңеү килтерҙе. Бүләге лә яҡшы—балыҡсылар өсөн махсус йыйылма.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың балыҡ тотоуҙа һәр береһенең үҙ сере бар. Бында тәжрибә лә кәрәк, әммә уңыш та ҙур роль уйнай.
Вил Солтановтың (ОТ и З) 8 йәшлек улы Тимур 267 грамлыҡ иң ҙур алабуғаны ҡаптырҙы. Ғөмүмән, был сәмле ярышта аталы-уллы Солтановтарға уңыш йылмайҙы. Вил Солтанов конкурс һөҙөмтәһе буйынса иң күп балыҡ тотоп, беренсе урынды алды . Уға ултырғыстары менән бергә йыйылмалы поход өҫтәле бүләк ителде.
Икенсе урын һәм приз: поход һәм балыҡҡа йөрөү өсөн портатив газ плитаһы Илнур Исхаҡовҡа (ОГР) эләкте.
Өсөнсө урынды яулаған Ринат Сыңғызов суртандар тотоу өсөн ҡармаҡтар йыйылмаһына бик һөйөндө.
Барлыҡ балыҡсылар төрлө номинацияларҙа грамоталар менән билдәләнде, махсус бүләктәр тапшырылды.
Рәүеф Ишбирҙин етәкселегендәге ЭТВС командаһы әҙерләгән тәмле былау һәм балыҡ һурпаһы барыһына ла оҡшаны. Ә тәмле самауыр сәйе берәүҙе лә өшөтмәне.
Читайте нас: