Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
6 Март 2020, 00:44

Мәктәп уҡыусылары араһында уникаль бәйге үтте

"Инженериада УГМК” бәйгеһендә Сиҙәм ауылы һәм 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыларының эштәре финалға сыҡты.

2-се Аҡъяр мәктәбенең “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә “Инженериада УГМК” балалар техник ижады бәйгеһенең муниципаль этабы уҙғарылды
“Инженериада УГМК” –Урал тау-металлургия компанияһы предприятиеларының производство һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың уникаль проекттар конкурсы.
“УГМК-Холдинг” йәмғиәтенең персонал буйынса хеҙмәте был конкурсты техник ижад һәм уйлап табыуға һәләттәре булған йәштәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү өсөн ойоштора.
Заводтарға квалификациялы инженерҙар һәм техниктар йәлеп итеү өсөн мәктәп стенаһынан балаларҙы тау-металлургия тематикаһы һәм инженер һөнәренә ҡыҙыҡтырырға кәрәк.
“Инженериада УГМК” бәйгеһендә Сиҙәм ауылы һәм 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыларының эштәре финалға сыҡты.
“Инженериада УГМК” конкурсы быйыл өсөнсө тапҡыр үтә. Мәктәп уҡыусылары предприятие инженерҙары һәм педагогтар менән берлектә аныҡ мәсьәләләр өҫтөндә эшләне.
Уларҙың барыһына ла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Проекттарҙы яҡлау буйынса финал конкурсы 25-26 мартта Үрге Пышма ҡалаһында үтә.
https://vk.com/haibroo
Читайте нас: