Бөтә яңылыҡтар
СӘНӘҒӘТ
7 Февраль 2020, 12:44

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең 90 йыллығына ҡарата

-

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте баҡыр колчеданы мәғдәнен сығарыу һәм байыҡтырыу, алтын һәм көмөш табыу менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә ҡеүәтле предприятие бөтә йүнәлештәрҙә лә уңышлы һәм динамик рәүештә үҫешә.
Предприятие составына түбәндәге производство участкалары инә: Октябрь ер аҫты руднигы (1976 йылдан алып файҙаланыла), байыҡтырыу фабрикаһы (1936 йылда нигеҙ һалынған), транспорт, ремонт-механик цехтары, ремонт-төҙөлөш участкаһы, химик лаборатория, энергоцех, техник контроль бүлеге.
Предприятиеның сеймал базаһы булып Бүребай, Маҡан, Октябрь баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары тора. Һуңғыһы Бүребай мәғдән районының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, уның баланс запастары 10 млн тонна мәғдән тәшкил итә.
Ошо көндәрҙә “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында предприятиеның йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Вәли Илбәков менән Октябрь ер аҫты руднигында булдыҡ.
“Көньяҡ” ствол
2015 йылдың июль айында, комбинаттың 85 йыллығын билдәләгән көндә, Октябрь ер аҫты руднигында “Көньяҡ” ствол сафҡа индерелә. Стволды төҙөүгә инвестиция һалыуҙар 1 млрд. һумдан ашыу тәшкил итә. 2016 йылда мәғдән табыла башлай. 2018 йылдың июлендә беренсе эшкә ебәреү комплексын төҙөү тамамлана.
-Бетон менән нығытылған, диаметры алты, тәрәнлеге 492 метрлыҡ “Көньяҡ” ствол йылына 400 мең тоннаға тиклем күләмдә руда сығарырға мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә 60 процент руда ошо стволдан килә. Киләсәктә ул төп мәғдән сығарыу урыны буласаҡ. Сөнки бөтә запастар нәҡ “Көньяҡ” ствол тарафынан асыла. Бөгөнгө һәм киләсәке бөтә перспективалар ошонда, - ти Вәли Илбәков.
2017 йылда “Көньяҡ” шахта һыуын таҙартыу өсөн таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлә башланған. Инвестиция күләме 124, 072 миллион һум тәшкил итә. Уны 2024 йылда сафҡа индереү күҙаллана.
Читайте нас: